Яҙҙың йәмле байрамы – 8 Март алдынан “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонда бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға төрлө кимәлдәге наградалар тапшырыу тантанаһы үтте.
Араларында беҙҙең коллегабыҙ – “Башҡортостан” гәзитенең корректоры Миләүшә Сайтакова ла бар. Уға Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамотаһы һәм иҫтәлекле билдәһе тапшырылды.
Миләүшә Батыр ҡыҙы “Башҡортостан” гәзите редакцияһында 24 йыл эшләй. Был награда – уның юғары һөнәри оҫталығы, оҙаҡ йылдар дауамындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһа.
Коллегабыҙҙы ихлас күңелдән тәбрикләп, артабан да уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай яратып башҡарған хеҙмәтеңдең емештәрен татып, ҡыуанып эшләргә, һәр яңы көнгә шатланып йәшәргә яҙһын, Миләүшә!
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.