Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Мәүлиҙә Яҡупованың яңы проекты, унан алдағы ике йылдағы кеүек үк, ҡала Советы эгидаһы аҫтында тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡортостанда иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы һәм “Атайсал” проекты сиктәрендә ойошторолған был сараның партнерҙары сифатында был юлы ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Сибай мәғлүмәт үҙәге сығыш яһай. Һүҙ – проектты башлаусыға.
Кеше ҡайҙарҙа йәшәһә лә, ниндәй илдәрҙә йөрөһә лә, тыуған ере уны һәр саҡ үҙенә тарта. Тыуған яҡтарға ҡайтҡанда, ул һине йылы ҡосағына алғандай, унан алыҫлашҡанда ла көс-ҡеүәт алып китәһең кеүек.
Проект тураһында һөйләгәндә, шуны әйткем килә: миңә үҙгәрештәр еле һәр саҡ оҡшай. Әйткәндәй, беҙҙең Сибайҙа үҙенсәлекле ел иҫә – сәстәрең дә мотлаҡ туҙасаҡ, ҡулыңдағы зонттың да һыныуы бик ихтимал. Ә етдиерәк итеп әйткәндә, яңыны күрергә теләк ҙур!
Был юлы “Атайсал” проекты сиктәрендә, шулай уҡ Башҡортостанда иғлан ителгән Файҙалы эштәр йылы буйынса мәғлүмәт майҙанында ғына түгел, ә бер юлы ике йүнәлештә конкурс үткәреү уйы тыуҙы. Ҡала гәзите биттәрендә мәҡәләләр баҫтырыу менән бергә ошо конкурста ҡатнашыусыларҙы тикшеренеү һәм эҙләнеү эштәренә йәлеп итеү теләге лә ҙур. Атап әйткәндә, “ваҡыт машинаһы”нда елдерергә һәм тарих төпкөлөндә онотолғандарҙы ҡабат тергеҙергә, уҡыусыларға еткерергә.
Беҙҙе нимәләр ҡыҙыҡһындыра? Таусылар Сибайының матбуғат тарихы. Ҡаланың полиграфияһы һәм матбуғаты 65 йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Типография эшселәре, һаулыҡтарын юғалтып, ҡурғаштан хәрефтәр ҡойоп ултырған линотиптар күптән юҡ. Һаҡһыҙлыҡтан йәки арып китеп, кемдер был йыйылған тексты яңылыш туҙҙыра ҡалһа, бик ҡайғырыша инек. Бәһлеүән машиналар гәзитте баҫҡанда тирә-яҡ гөрһөлдәп тора ине, һөйләшкәндә бер-береңде ишетмәйһең дә. Йәштәрҙең ошо линотипистарға зарарлы эш өсөн һөт биргәндәре тураһында ишеткәне лә юҡтыр, моғайын.
Хәҙер күпкә ябайыраҡ – иҫке ҡорамалдарға алмашҡа офсет ысулы индерелгән, ул гәзитте төҫлө һәм сифатлыраҡ итеп баҫа. Әйткәндәй, офсетҡа беҙ республикала икенсе булып күстек.
“Сибайский рабочий” гәзитенән тыш типографияла башҡорт телендәге “Йәншишмә” гәзите лә нәшер ителә ине, һуңыраҡ уны “Атайсал” тип үҙгәрттеләр. Ҡала типографияһында башҡа баҫмалар ҙа донъя күрә ине: “Патруль” – республикалағы беренсе милиция гәзите – ҡала эске эштәр бүлеге етәкселегендә сыға башланы, шулай уҡ Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының һәм “Башмедьстрой” тресының күп тиражлы гәзиттәре, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалының “Юлдаш” гәзите, Сибай эшҡыуарҙарының “Контакт” баҫмаһы һәм башҡалар.
Заман елдәре Сибай типографияһының эшмәкәрлеген төрлөсә үҙгәртте – бында бер заман Хәйбулла һәм Баймаҡ район гәзиттәре лә баҫылды. Әммә бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң улар ҡабат үҙ райондарына ҡайтырға мәжбүр булды, сөнки алыҫтан йөрөп эшләү сығымдарҙы бермә-бер арттыра икән.
Башҡортостандың Урал аръяғы үҙәге һәр заманда ла төбәк журналистарын һәм полиграфистарын берләштереп торҙо. Ә нисек барҙы был ваҡиғалар? Эҙләнеүсән һәм вайымһыҙ булмаған йәштәргә беҙ тап шул йүнәлештә эшләргә тәҡдим итәбеҙ. Бынан тыш, ҡала матбуғаты һәм журналистика менән бәйле раритет әйберҙәрҙе эҙләргә ине. Артабан йыйылған бөтә дәлилдәр, фотолар һәм башҡа материалдар китапҡа инәсәк, ә проектта ҡатнашыусылар тапҡан әйберҙәр – иҫке яҙыу машинкалары, телетайп, пластиналы диктофондар, төрлө заманға ҡараған фотоаппараттар һәм башҡа экспонаттар – музейҙа үҙ урынын аласаҡ.
Мәүлиҙә ЯҠУПОВА