Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 16:00

Ришат Төхвәтуллин өйләнә!

Йәш кәләш илап ебәрҙе һәм...

Ришат Төхвәтуллин өйләнә!
Ришат Төхвәтуллин өйләнә!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күп ҡыҙҙарҙың башын әйләндергән билдәле йырсы, 34 йәшлек Ришат Төхвәтуллин да өйләнә икән. Ышанмайһығыҙмы? Видеоны үҙегеҙ ҡарағыҙ. Социаль селтәрҙә уның һөйгәненә тәҡдим яһаған видеояҙмаһы таралды.

Бәхетле кәләш кем тиһегеҙме? Шулай уҡ йырсы, 27 йәшлек Әлиә Ҡарасурина.

“Әлиә, мин һине бында саҡырғым килә, – ти ул. – Әгәр хәҙер риза булһаң, миңә кейәүгә сыҡ”. Бынан һуң йырсы уға балдаҡ бүләк итте.

Тулҡынланған йәш кәләш шатлығынан илап ебәрҙе һәм уның ҡатыны булырға ризалашты.

Ришат менән Әлиәнең араһында мөхәббәт хистәре булыуын күптәр һиҙә ине. Улар бергә йырлай, төрлө сараларҙа ла бергә ҡатнаша. Йәштәргә мөхәббәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Фото: culture.ru

Видео: социаль селтәрҙән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: