Тормоштағы төп байлыҡ – ул һаулыҡ. Дауаханаға йәки поликлиникаға барған һәр кем бына ошо төп хазинаһын, хатта ғүмерен аҡ халатлылар ҡулына ышанып тапшыра. Ҡайһы бер осраҡта табиптың йәки шәфҡәт туташының, ғөмүмән, медицина хеҙмәткәренең бер йылы һүҙе, ваҡытында әйтелгән, ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ кәңәше сирленең күңеленә йәшәүгә ышаныс өҫтәй, шифа бүләк итә. Шулай итеп, ике мең йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Сократтың “Кеше күңелен дауаламайынса, уның тәнен һауыҡтырып булмай” тигән һүҙҙәре әле һаман көнүҙәк.
Бөгөнгө геройым – пациенттарҙы ана шул йылы һүҙҙәре менән йыуата белгән, эшенең тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һәр кемде ихлас тыңлаған, һәммәһе менән дә йылмайып һөйләшкән, йөҙөнән изгелек нурҙары сәселеп торған Гөлнәзирә Сарбаева. Бала сағы Ейәнсура районының Иҙәш ауылында үткән. Ике йәш кенә сағында атаһының ғүмере бик иртә өҙөлөп, әсәһенең һәм туғандарының ныҡлы терәк-таянысы булып үҫкән ул. Бәлки, шуғалыр ул тормошон һаулыҡ һаҡлауға арнағандыр.
– Шәфҡәт туташы-анестезист булғаныма һис үкенмәйем. Бала саҡтан тиҫтерҙәрем менән уйнағанда “медицина хеҙмәткәре” була торғайным, укол ҡаҙап маташа инем. Хәҙер ошо яратҡан эшемде башҡарыуым, башҡаларға ярҙам итә алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен, – ти Гөлнәзирә Ғәлимйән ҡыҙы. – Пациент барлыҡ булмышыңды тулыһынса биләп ала, “уның йөрәге тибеп, тын алышы рәтләнһен инде” тигән уй һиңә идара итә. Хәл өҫтөндә ятҡан кешенең йөрәге эшләп китеп, үҙаллы тын ала башлаһа, күҙ ҡараһы яҡтыны һиҙһә, беҙ ҙә еңел һулайбыҙ, иңдән тау төшәме ни! Хеҙмәттәштәрем менән ярҙам иткән, һауыҡтырған кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү, уларҙың һауығыуын күреү – үҙе ҙур бәхет бит ул.
Ейәнсура ҡыҙы Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын 2001 йылда Өфөләге 3-сө республика клиник дауаханаһында башлаған. 2003 йылдан иһә Перинаталь клиник үҙәктә юғары категориялы шәфҡәт туташы-анестезист булып эшләй. Ә был һөнәр эйәһенән, белеүебеҙсә, даими иғтибарлылыҡ, теүәллек, шул уҡ ваҡытта етеҙлек, маҡсатлылыҡ һәм хатта рух ныҡлығы талап ителә. Ул – табиптың күҙе, ҡолағы һәм ҡулдары, тип әйтергә мөмкин. Операция мәле етһә, шәфҡәт туташы-анестезисҡа һәр даим алдан әҙер булырға, бар эште лә тиҙ атҡарырға, табипҡа кәрәкле медицина ҡоралдарын бирергә, хатта ҡай саҡ кәңәштәрҙе лә ваҡытында әйтеп ебәрергә кәрәк. Өҫтәүенә, наркоздан сыҡҡан пациент, ғәҙәттә, әмәлиәттең нисек атҡарылыуы, үҙенең хәл-торошо тураһында борсола, йыш ҡына һыҙлап йонсой, шуға медицина хеҙмәткәрҙәренә күп кенә һорауҙар биреүсән. Уларҙың барыһына ла ваҡыт табып, тыныс яуап бирергә, аңлатырға һәм уның хәленә инергә кәрәк.
– Эшебеҙҙә физик ауырлыҡтарға әҙер булырға, яңы алымдарҙы өйрәнергә һәм төрлө хәлдәрҙә баҙап ҡалмаҫҡа тейешбеҙ. Бынан тыш, хәҙерге заман технологияларын, компьютерҙы яҡшы белеү талап ителә. Тик бына һәр пациенттың яҙмышын, ғазабын йөрәк аша үткәрмәй, һыҙланыуҙарын инҡар итеп булмай, – ти Гөлнәзирә Сарбаева.
Табип-анестезиологтың һәр уңышының яртыһы, шулай итеп, уның эргәһендәге шәфҡәт туташы-анестезисҡа бәйле. Ә Гөлнәзирә Ғәлимйән ҡыҙының ошо тынғыһыҙ, яуаплы эшендә ныҡлы терәк-таяныс булыр ғаиләһе бар. Ире – Ейәнсура районының Әлебай ауылы егете Марсель Иҙел улы менән ғаилә ҡороуҙарына ла хәҙер ике тиҫтә йылға яҡын. Ғаилә башлығы республиканың юл хужалығы тармағында эшләй. Ҡыҙҙары Гөлнара – Өфө районындағы Шамонин урта мәктәбенең Х класс уҡыусыһы. Ә улдары Наил республиканың инженер лицей-интернатында VI класта белем ала. Улар ҙа әсәһенең яуаплы эшен аңлай, һәр йәһәттән ярҙам итергә ынтыла. Ҡыҙҙары киләсәктә әсәһенең юлын дауам итмәксе – медицина өлкәһендә эшләү теләге ҙур уның.
Ошоларҙың барыһын да – ҡыҙының яратҡан эшенә һөйөнөп йәшәүен, ире менән тырышып балалар үҫтереүен, донъя көтөүен атаһына күрергә яҙмаһа ла, әсәһенә шаһит булырға насип итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл ул яҡты донъянан китеп барҙы, әммә ул баш балаһының – өлкән ҡыҙының – үҙенә ҡарата йылы иғтибарын, хәстәрен, һәр йәһәттән уңғанлығын, матур йәшәргә, эшләргә, бала бағырға тырышыуын, туғандарының ныҡлы терәге икәнлеген күрҙе. Ошонан ҙурыраҡ бәхет бармы икән әсә кешегә!
...Йыл артынан йыл үтә, бер миҙгелде икенсеһе алмаштыра, тик тормош ҡиммәттәре генә һис үҙгәрмәй: һәр осорҙа ла фиҙакәрлек, биргән антыңа тоғролоҡ, самимилыҡ, тырышлыҡ кеүек сифаттар юғары баһалана. Әсәһенең ошо хаҡтағы әйткән һүҙҙәре Гөлнәзирә Сарбаеваның күңелендә яҡты маяҡ булып һаҡлана.
Айһылыу НИЗАМОВА
Өфө районы.