Йәмғиәт
7 Март 2023, 18:10

Транспорт мәсьәләһе - көн үҙәгендә

Уҙған йылда аэропорт коллективы 4,1 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Был - Рәсәй төбәктәре араһында һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе һөҙөмтә.

Транспорт мәсьәләһе - көн үҙәгендәТранспорт мәсьәләһе - көн үҙәгендә
Транспорт мәсьәләһе - көн үҙәгендә

2023 йылдың 27 февраленән 5 мартына тиклем Республикаға идара итеү үҙәгенең “Инцидент менеджмент” һәм “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” мәғлүмәт системалары 7 191 мөрәжәғәтте теркәгән. Был бер аҙна элеккегә ҡарағанда 3 067-гә күберәк. Республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская республика етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошондай һандар килтерҙе.

Уҙған аҙнала халыҡтың социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәренең биш темаһы – юлдар (2 273), төҙөкләндереү (2 141), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (809), һаулыҡ һаҡлау/медицина (430) һәм социаль хеҙмәтләндереү (412).

Күпләп ҡар яуыуы социаль селтәрҙәрҙә юлдар буйынса мөрәжәғәттәр артыуға килтерҙе (2 273). Уларҙың күбеһе баш ҡалаға (1 625), шул иҫәптән Өфөнөң Октябрь (412), Киров (341), Совет (267), Ленин (184) һәм Орджоникидзе (167) райондарына тура килә.

Кешеләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән айырыуса ихата биләмәләрен һәм тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу борсой. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса - өй баштарындағы боҙ һәм ҡар, шулай уҡ температураның күтәрелеүе сәбәпле ҡыйыҡтарҙан һыу ағып төшә.

Шулай уҡ кәңәшмәлә республика юлдарында автотранспортты ауырлыҡ менән контролдә тотоу системаһын үҫтереүҙе тикшерҙеләр.

Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Мережко хәбәр итеүенсә, юл япмаһының һаҡланыуын тәьмин итеү өсөн Башҡортостанда 13 йөк үлсәү комплексы эшләй. 2023 йылдың ике айында, автоматик рәүештә боҙоуҙарҙы теркәү системаһы мәғлүмәттәре буйынса, 135 миллион һумлыҡ 468 ҡарар тултырылған. Ошо аҡсаның бер өлөшө - 16 миллион һумдан ашыуы – республика ҡаҙнаһына ингән дә инде.

Эш алгоритмына ярашлы, рөхсәт ителгән ауырлыҡ параметрҙарынан артыуы тураһында мәғлүмәт республиканың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә килә. Уның белгестәре күрһәтмәләрҙең дөрөҫлөгөн, шулай уҡ ауыр һәм ҙур габаритлы транспорт саралары өсөн махсус рөхсәттәрҙең булыуын тикшерә.

Боҙған осраҡта Үҙәк хеҙмәткәрҙәре параметрҙарҙы арттырыу тураһында акт төҙөй, уны Ространснадзорға ебәрәләр. Артабан транспорт хужаһын билдәләйҙәр һәм административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар сығаралар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылға пландарҙа – автоматик ауырлыҡ контроле пункттарының дөйөм һанын 20-гә тиклем еткереү. Улар Урал аръяғы, Благовещен, Ишембай, Нуриман һәм Өфө райондары юлдарына ҡуйыла. Атап әйткәндә, Сибай-Аҡъяр, Юлдыбай-Аҡъяр-Һара һәм Магнитогорск-Ира автомобиль юлдарында өс комплекс эшләй башлаясаҡ.

Башҡортостан Башлығы Ространснадзор идаралығына һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәктә ауырлыҡ контроле системаһының тулы ҡеүәтенә эшләй башлауын билдәләне.

– Беҙ транспорт инфраструктураһын яңыртыуҙың тағы ла бер мөһим этабын тамамланыҡ. Ул еңелдән булманы, был проект менән шәхсән үҙем шөғөлләндем, – тине Радий Хәбиров. – Системаның артабан да эшләүе мөһим. Беҙҙең юлдарға етешһеҙлектәр башҡаса булмаҫҡа тейеш. Шуға күрә алдағы “Транспорт сәғәт”тәренең береһендә өс йыллыҡ перспективаға ауырлыҡ контроле комплекстары селтәрен киңәйтеү буйынса пландарҙы ҡараясаҡбыҙ.

Транспорт темаһын дауам итеп, кәңәшмәлә Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропорты эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Уҙған йылда аэропорт коллективы 4,1 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән, тип хәбәр итте генераль директор Александр Андреев. Был Рәсәй төбәктәре араһында һигеҙенсе һәм Волга буйы федераль округында беренсе һөҙөмтә. Шуның менән бергә 3,6 миллиондан ашыу кеше Рәсәй эсендәге маршруттар буйынса осош яһаған.

– Өфөнән 45-тән ашыу йүнәлеш буйынса рейстар башҡарылды, – тип билдәләне Александр Андреев. – Былтыр Өфөнән Иркутск, Красноярск, Грозный, Пермь, Омск, Әстрхан һәм Нарьян-Мар ҡалаларына ете яңы маршрут асылды. Планда – Кемеровоға, Мурманскиға һәм Сыктывкарға рейстар асыу.

Халыҡ-ара бәйләнеш Төркиәгә һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә даими рейстар, шулай уҡ яҡын сит илдәргә ундан ашыу йүнәлеш менән күрһәтелгән. Әйтәйек, 2022 йылда Үзбәкстанға (Наманган) һәм Ҡаҙағстанға (Астана, Алматы) рейстар башҡара башлағандар. Быйыл Беларусь Республикаһы баш ҡалаһы Минскиға даими рейстар асылды. Бынан тыш, Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд, Израилдең Тель-Авив һәм Ҡытайҙың Урумчи ҡалаһы менән авиабәйләнеш асырға ниәтләйҙәр.

Александр Андреев аэровокзал комплексын модернизациялау тураһында ла һөйләне. 2022 йылда халыҡ-ара һәм эске рейстарҙың терминалдары берҙәм архитектура ҡоролмаларына берләштерелә башланы. Ошо маҡсатта махсус япма эшләнә. Эштәрҙе 2024 йылдың ғинуарында тамамларға тейештәр. Бынан тыш, киләсәктә һауа суднолары туҡталыштарының һәм уларҙы боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртеү майҙансыҡтарының һанын арттырыу күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективына өлгәшкән күрһәткестәре өсөн рәхмәт әйтте һәм артабанғы эшендә уңыштар теләне.

– Һеҙ – беҙҙең ышаныслы партнерыбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн аэропорттың бик һөҙөмтәле менеджменты бар. Баш ҡалабыҙҙың һауа ҡапҡалары үҫешен бергәләп дауам итәсәкбеҙ, шул иҫәптән рейстар географияһын һәм йышлығын арттырыу буйынса ла.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас