Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә гүзәл заттарҙы тәбрикләне.
“Бөгөн ҡатан-ҡыҙҙарыбыҙға – наҙлы, көслө, сағыу, талантлы әсәләргә, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, коллегаларыбыҙға йәнә бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Һеҙ тормошобоҙҙо йәмләйһегеҙ – ижад һәм идара итәһегеҙ, ҡотҡараһығыҙ, дауалайһығыҙ, белем бирәһегеҙ, балалар үҫтерәһегеҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә ҡото һәм йылылығы теләйем.
Тыныслыҡ, именлек һәм бәхет йортоғоҙға!” – тип яҙған республика Башлығы.
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov