Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 20:28

Уңған хеҙмәттәшебеҙҙе тәбрикләнеләр

Гүзәл заттарға байрам ойошторолдо.

vk.com/ufacenter
Фото:vk.com/ufacenter

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәтендә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын байрам тантанаһына саҡырҙылар һәм уларға бүләктәр тапшырҙылар.

Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте етәкселеге баш ҡаланың төрлө ведомстволары, учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиелары вәкилдәрен Өфө ҡалаһы һәм Совет районы хакимиәттәренең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин һәм уның урынбаҫарҙары гүзәл заттарға сәскәләр тапшырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошто­ролған яҙ байрамын балаларҙың сағыу концерт сығыштары йәмлә­не.

Бүләклә­неүселәр араһында хеҙмәт­тәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең йыйыу буйынса операторы Сажиҙә Ғилмет­динова ла бар. Уҡыуын тамамлағандан һуң 36 йыл инде бер урында эшләй ул. Үҙ эшен яҡшы бел­гән, грамоталы белгес булыуы өҫ­төнә, күркәм холоҡло иптәш тә, хәс­тәрлекле ҡатын, килен, әсәй, өләсәй ҙә.

Сажиҙә Хәйрәзи ҡыҙының хеҙмәтен баһалауҙарына беҙ ҙә бик ҡыуанабыҙ һәм хеҙмәттәшебеҙгә  яҡты көндәр, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!

 

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА

Читайте нас: