Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 19:00

Ярҙам Бөрйән егеттәренә барып етте

Изге эштә бар район халҡы әүҙем ҡатнашты.

Ярҙам Бөрйән егеттәренә барып етте
Ярҙам Бөрйән егеттәренә барып етте

Махсус операцияла хеҙмәт иткән яҡташ егеттәренә ярҙам әҙерләүҙә бар район халҡы әүҙем ҡатнашты. Кемдәрҙер сәксәк, йыуаса бешерһә, кемдәрҙер һалма ҡырҡты, ойоҡ-бирсәткә бәйләне, маскировка селтәре үрҙе һәм башҡа кәрәк-яраҡ йүнләне.

Бөрйән егеттәренә ярҙам теүәл генә барып еткән, был хаҡта үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов яҙып сыҡҡан.

«Хөрмәтле райондаштар! Егеттәр менән күрешеп, автомобилдәрҙе, күсереп йөрөтмәле мунсаларҙы, тепловизорҙарҙы, посылкаларҙы һәм үҙебеҙҙең тарафтан алынған башҡа кәрәк-яраҡты алып барып тапшырҙыҡ. Күрешеп өлгөрмәгән егеттәргә килеп алыу мөмкинлеген уйлап посылкаларҙы ҡалдырып киттек. “Газель” Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондағы яҡташтарыбыҙға, Нива, УАЗ - фермер автомобилдәре һәм ике мунса мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған егеттәргә тапшырылды. Шулай уҡ бер мунсаны генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус айырым отрядында булған яҡташтарға тапшырҙыҡ. Егеттәребеҙ ихлас ҡыуанып, барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре һәм үҙҙәренең сәләмдәрен еткерҙеләр. Ярҙамға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем! Алла бирһә, яҡташтарыбыҙҙың имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!» - тип белдергән ул.

Фото: Бөрйән район хакимиәте сайты.

Ярҙам Бөрйән егеттәренә барып етте
Ярҙам Бөрйән егеттәренә барып етте
Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: