Эшеңде яратмаһаң, журналист булыу мөмкин дә түгелдер. Ҡайһы саҡ төндәр буйы ултырып мәҡәлә яҙһаң да, һуңлап командировканан ҡайтһаң да, зарланыу булмай, сөнки был һөнәрҙе үҙең һайлағанһың, тап унан күңел ҡәнәғәтлеге алаһың.
Дәүләкән районының “Балҡантау” гәзите журналисы Әлиә Ураҙбахтина – үҙ һөнәренә мөкиббән коллегаларыбыҙҙың береһе. Егерме йылдан ашыу ошо тармаҡта эшләгән дәүерендә ниндәй генә хәл-ваҡиғалар, кемдәр генә тураһында һүрәтләмәләре баҫылмаған уның. Төн буйы ултырһа-ултыра, иртән ҡойоп ҡуйған әҙер мәҡәләһен килтереп һала. Тәүге яҙмалары Яңы Йәнбәк ауылы мәктәбендә белем алған сағында уҡ донъя күрә.
– Педагогтарым – тәүге дәртләндереүселәрем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Данира Нәғим ҡыҙы Фазылова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рита Сәлих ҡыҙы Биктимерованың ҡеүәтләү һүҙҙәренән күңелем үҫеп китә ине. “Башҡортостан пионеры” гәзитенең, “Пионер” журналының һәр яңы һанын тыным менән тартып алырҙай булып көтөп ала торғайным. Журналда дүрт юллыҡ ҡына шиғырым сыҡһа ла, минең өсөн тауҙай оло ҡыуаныс ине. Бер ваҡиға әле лә хәтеремдә. Бишенсе класта уҡыйбыҙ.Тәүге дәрес – башҡорт теле. Уҡытыусыбыҙ Данира Нәғим ҡыҙы класс бүлмәһенә “Пионер” журналын тотоп килеп инде лә: “Ҡотлайым, Әлиә, һинең шиғырыңды баҫҡандар”, – тип класташтарым алдында уҡып күрһәтте. Мин инде ҡанатланып осорҙай булып ултырам, йөрәгем ашҡынып сығып бара. Ни тиһәң дә, Өфөлә баҫылған бит әле ул! Район гәзите менән дә ныҡлы бәйләнеш тоттом. Элек халыҡ шул тиклем ябай һәм эскерһеҙ булған, “Байраҡ” (ул саҡтағы исеме) район гәзитендә сыҡҡан шиғырҙарымды йыйып, бүтән төбәктәрҙә йәшәгән балаларына, туғандарына ебәргәндәр булды. Ул саҡта мин бит әле бөтөнләй бала ғына, ҡайҙа инде тормошто, донъяны белеү. Уның ҡарауы, ауылдаштарымдың минең өсөн эскерһеҙ шатлана белеүе бөгөн килеп мине һоҡландыра, – тип кисә генә булған һымаҡ тойолған ваҡиғаларҙы хәтерләп алды Әлиә Әсхәт ҡыҙы.
Хыялына тура бара ул. Мәктәпте тамамлау менән Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға инә. Бығаса аралашыу күбеһенсә туған телдә булған ауыл ҡыҙына русса сценарийҙар яҙыу, башҡа ижади эштәрҙе башҡарыу тәүҙә еңелдән булмай, ләкин тап ошо һөнәргә уҡыйым, тип маҡсатланып килгән ҡыҙ артҡа сигенмәй. Имтиханға әҙерләнгән йоҡоһоҙ төндәр, ятаҡтағы шау-шыулы студент тормошо оҙон һымаҡ булһа ла, бик тиҙ артта тороп ҡала.
Ҡыҙ кешенең гармун тартыуы – бик һирәк осрай торған күренеш. Баҡтиһәң, Әлиә был һөнәргә ағаһына ҡарап өйрәнгән икән.
– Бәләкәй сағымда өйөбөҙҙә гармундар күп була торғайны. Кесе ағайым Алик гармунда ныҡ оҫта уйнаны һәм йырланы. Урал еҙнәм дә гармунда өҙҙөрҙө. Һуғым аштарына йыйылғанда уларҙы һоҡланып ҡарап, шул тиклем уйнарға өйрәнгем килә ине. Дәрестән ҡайтам да гармунға ултырам, нисек тә көй сығарырға тырышам. Шулай маташа торғас, бишенсе класта уҡығанда арыу ғына итеп уйнарға өйрәндем. Мәктәптә генә түгел, ауылда уҙғарылған сараларҙа ла гармун менән ҡатнашып йөрөнөм. Уға бәйле бер ҡыҙыҡлы хәл дә хәтерҙә ҡалған. Етенсе-һигеҙенсе кластарҙа уҡыған сағым ине. Элек һауынсылар араһында социалистик ярыш була торғайны бит. Беҙҙең ауыл һауынсылары беренселеккә сыҡҡан, йәйләүҙә улар өсөн байрам ойошторҙолар. Шунда ферма мөдире Фәнис ағай, атай-әсәйемдән рөхсәт һорап, мине байрамға гармунда уйнарға алып китте. Үҙемдең, 12-13 йәшлек сибек кенә ҡыҙҙың, һауынсыларҙы йырлатып-бейетеп ҡайтҡанымды уйлайым да ауылдаштарымдың ихласлығына ғәжәп итәм, – тип гармунға бәйле хәтирәләрен дә уртаҡлашты ул.
Әйткәндәй, йыр-моңға ҡыҙыҡһыныуы Әлиәлә бер ҡасан да юғалмай. Әлеге көндә ҡала мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Заһиҙә” халыҡ театрына ла күңел ҡушыуы буйынса йөрөй. Бер мәлгә геройҙар тормошо менән йәшәү көндәлек мәшәҡәттәрҙе онотторорға ярҙам итә.
Былары барыһы ла буш ваҡытта. Ә инде төп эше район гәзитенә бәйле. 2001 йылдан алып “Балҡантау” гәзите редакцияһында тәржемә бүлегендә эшләй. Рус теленән башҡортсаға тәржемәләр яһай. Ә 2007 йылдан алып дубляж бүлеген етәкләй. Мәҡәләләре лә даими донъя күрә. Дәүләкәндә йәшәгән төрлө кешеләр менән осрашыуҙан, аралашыуҙан көс-дәрт, илһам ала.
Яҡташтары Әлиә Әсхәт ҡыҙын шағирә булараҡ та белә. “Дим” әҙәби берекмәһендә ихлас шөғөлләнә. Күмәкләп бер нисә шиғри йыйынтыҡ сығарыуға өлгәшкәндәр, уларға Әлиә Ураҙбахтинаның да шиғырҙары ингән. Район китапханаһында ойошторолған “Серҙәштәр” китап һөйөүселәр клубына ла уны йыш саҡыралар. Тағы ла бер үҙенсәлекле һәләте бар – бәйеттәр яҙыу менән мауыға.
– Һуңғы бәйетем биш балаһын ҡалдырып йәшләй генә мәрхүм булған апайымдың рухына бағышланды. Уның иҫтәлегенә арналған Ҡөрьән ашында уҡығанымда йыйылышҡан апай-инәйҙәр уны илап тыңланы, – тип бәйән итте әңгәмәсем.
Журналистикала булһынмы, шиғриәттәме йәки сәнғәттәме, Әлиә Ураҙбахтинаның һәләтен баһалаған маҡтау грамоталары аҙ түгел. Хеҙмәттәшебеҙгә киләсәктә тағы ла тосораҡ ижад емештәре теләйбеҙ. Ике балаһы талмаҫ ҡанат һымаҡ тормош юлында яңы ынтылыштарға көс-ҡеүәт биреп торһон.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Гәзит-журнал – ярҙамсы дуҫ.
Бына ҡайҙа бит ғиллә!
Юҡһынғанда
Ситкә тибелдек, туғандар,
Таралдыҡ берәм-һәрәм.
Иҫкән елдәр аша ғына
Һеҙгә сәләм ебәрәм.
Моғайын да, сәләмем, тим,
Һеҙгә барып етмәйҙер.
Тыуған йорттоң зарыҡҡанын
Берегеҙ ҙә белмәйҙер.
Ҡоро елдәр генә иҫә,
Ишетелмәй тын-тауыш.
Гөрләп торған ихатаның
Бағаналары ауыш.
Теге емерек, быныһы ватыҡ,
Серегән ҡойма, кәртә.
Үҙәк өҙөп улар миңә
Үткәнде хәтерләтә.
Ни бары иҫләргә ҡалған –
Хәтер ебен һүтәмен.
Ашҡыныптыр ҡайтамын да
Моңһоуланып китәмен.
Ауыл урамында
Көҙгөләй юл. Тотош асфальт.
Китеп барам урам буйлап.
Ә уйҙарым нисәнсе ҡат
Бала саҡҡа ҡайта урап.
Ул саҡтарҙа урамдарҙа
Саң-туҙандар ҡалҡыр ине.
Яҙлы-көҙлө итектә лә
Үтмәҫ саҡтар булыр ине.
Аҡ ҡыштарҙа һәр бер йорттан
Күтәрелә зәңгәр төтөн.
Ҡайын утын сыртлап яна –
Биләп ала ауыл күген.
Һәр бер йортта тормош ҡайнай,
Ҡаҙандарҙа аштар ҡайнай.
Иртә таңдан һауынсылар
Эшкә китә йырлай-йырлай.
Урам буйлап китеп барам,
Заманаға ҡалып хайран:
Буп-буш ҡалған ярты ауыл,
Әллә, тимен, үткән дауыл?
Етемһерәй изге нигеҙ,
Булмағандай бармаҡ тигеҙ,
Һәр нигеҙҙең үҙ тарихы,
Аяныслы үҙ яҙмышы.
Ҡарағура баҫып киткән
Нигеҙҙәрен әгәр күрһә,
Ни әйтерҙәр ине икән
Хәстәр менән баҡҡан күҙҙәр?
...Урам буйлап китеп барам,
Буш йорттарын һанап барам,
Тыуған ауыл урамында
Аҙашҡанмын һымаҡ тоям...
Беҙ – матбуғат дуҫтары!
Матбуғаттың яҡын дуҫы
Булды беҙҙең ғаилә.
Бары уҡырға әүәҫбеҙ –
Юҡ бер ниндәй ҙә ғиллә.
Кис булғас, өҫтәл янына
Йыйылыша бар халыҡ.
Әсәй ҡулында “Кызыл таң”,
Эй, уҡый ул, таң ҡалып.
Атай етди: “Башҡортостан” –
Көтөп алған гәзите.
Ҡат-ҡат уҡый һәр бер юлды,
Ҡалдырмай һис бер битте.
Өлкән ағай донъя байҡай–
Ҡулында үҙ журналы.
Кесе ағай эй хихылдай–
Уҡый “Һәнәк” журналын.
Техникаға әүәҫ ағай
“За рулем”ды ярата.
Үҙе уҡып ҡына ҡалмай –
Дуҫтарына тарата.
Мин дә ҡарап ултырмайым –
Асып һалдым “Байраҡ”ты.
Уҡыйым да эй һөйләйем
Уларға яңылыҡты.
...Матбуғаттың яҡын дуҫы
Булды беҙҙең ғаилә.
Гәзит-журнал – ярҙамсы, дуҫ,
Бына ҡайҙа бит ғиллә!
Әлиә УРАҘБАХТИНА