Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Учалы районынан Шәмсиямал инәй күркәм юбилейын - 90 йәшен билдәләгән. Уны беҙ ҙә ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Шәмсиямал инәй –"Башҡортостан" гәзите менән күп йылдар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән журналист Миңзәлә Шөғәйепованың әсәһе.
"Инәйебеҙгә бөгөн – 90 йәш. Хоҙай Тәғәләбеҙҙең ғүмер бүләге ҙурҙан булып, сәләмәтлектә, күңел көрлөгөндә, имен-аман ҡыуанып ғүмер кисерергә яҙһын, беҙ һине яратабыҙ", – тигән Миңзәлә апай әсәһе тураһында һәм шиғыр ҙа өҫтәгән:
Баллыҡайҙа
Ҡарағусҡыл сейә йыям
Итәгеңдә, Баллыҡай.
Телем әсе...
Инәкәйгә
Һүҙем баллы балаҡай
Булһам ине...
Инәй ҡарт бит -
Көйәләнеп ҡуймаһын:
"Күңелкәйе далала", - тип
Йөрәгемде уймаһын.
Ҡояш* та ҡартая икән...
Нисек нурҙар өҫтәйһе?!
Яңғыҙ йәшәһә әсәйҙәр,
Беҙ бары - тел биҫтәһе...
Ҡарағусҡыл сейә кеүек
Татлы-баллы һүҙҙәрҙән
Нурлы ғына йәштәр тамһа
Йылмайыулы күҙҙәрҙән,
Мин бәхетле!
Донъям ҡотло!
Ҡанатлы беҙҙең йәндәр!
Яҡындарға ғүмер ялғай
Иң бәхетле шул мәлдәр...
Йән сыт(ы)райтыр һүҙҙәремде
Бөгөн күңел иләйҙер -
Донъяларға көлөп баҡҡан
Иң бәхетле инәйҙер!!!
...Баллыҡайҙа сейә йыям,
Ә үҙемә ... аҡыл йыям...
*Инәйҙең исеменә ишара. Шәмсиямал - ҡояш кеүек матур тигәнде аңлата.
Фото: Миңзәлә Шөғәйепова.