Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2023, 17:00

Улар үҙҙәрендә мәсет тә төҙөгән!

Үҙҙәренең өс балаһы булған, йәнә бер ҡыҙҙы бағыуға һәм 47 (!) малай һәм ҡыҙҙы тәрбиәгә алған ата-әсә нисек йәшәй?

Улар үҙҙәрендә мәсет тә төҙөгән!
Улар үҙҙәрендә мәсет тә төҙөгән!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Шичиндар ғаиләһе тураһында яҙҙы.

“Бөгөн "Һоҡланғыс кешеләр тормошо" рубрикаһында Благовещен районының Ошмянка ауылынан Шичиндарҙың ишле ғаиләһе менән таныштырам.

Миңлезаһиҙә Зәки ҡыҙы менән Владимир Иванович 37 йыл бергә. Үҙҙәренең өс балаһы бар, бер ҡыҙҙы бағыуға һәм йәнә 47 (!) малай һәм ҡыҙҙы тәрбиәгә алғандар.

Был ғаиләлә бөтә нәмәгә нисек өлгөрәләрҙер, күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Йорт, баҡса, хужалыҡ. Малайҙарҙы Владимир Иванович тәрбиәләй. Бергәләп бесән, утын әҙерләйҙәр, ихатаны тәртиптә тоталар. Бөтә малайҙар ҙа өйҙә атайҙарынан машина йөрөтөргә өйрәнә, аҙаҡ имтихандарҙы еңел генә тапшыра һәм водитель танытмаһы ала. Ә ҡыҙҙар менән әсәйҙәре йөрөй. Бына шундай ҡараш, эш-ғәмәлдәр бүленеше.

Ғаиләлә талантлы балалар үҫә. Миңлезаһиҙә Зәки ҡыҙы театр түңәрәген, “Йондоҙсоҡ” һәм “Ҡояшҡай” бейеү коллективтарын ойошторған. Улар конкурстарҙа, фестивалдәрҙә сығыш яһай, спектакль ҡуя, бейей.

Шичиндар ғаиләһе ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар балалар майҙансығы эшләргә ярҙам иткән, ә былтыр үҙҙәренең Орловка ауыл Советында мәсет төҙөгән.

2021 йылда беҙ Шичиндарҙы “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы менән бүләкләнек. Бындай ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ, төбәк һәм федераль кимәлдәрҙә байтаҡ ярҙам саралары ҡаралған.

Бөгөн, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, һеҙгә, Миңлезаһиҙә Зәки ҡыҙы, һәм республикабыҙҙағы гүзәл заттарға балаларығыҙға, ғаиләгеҙгә һәм яҡындарығыҙға йылылыҡ бүләк иткән өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтәм.

Барығыҙға ла һөйөү, йылылыҡ һәм сикһеҙ бәхет теләйем!” – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фотолар, текст сығанағы: vk.com/wall413272232_987165

Улар үҙҙәрендә мәсет тә төҙөгән!
Улар үҙҙәрендә мәсет тә төҙөгән!
Улар үҙҙәрендә мәсет тә төҙөгән!
Улар үҙҙәрендә мәсет тә төҙөгән!
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: