8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы ир-егеттәр гүзәл зат вәкилдәренә ҡарата ихтирамын, хөрмәтен, яратыуын белдереп ҡалырға тырыша. Социаль селтәрҙәрҙә бихисап матур видеоҡотлауҙар, йырҙар һәм шиғырҙар, открыткалар таралды. Һәр береһен ҡарап, баһалап ҡына өлгөр!
Бына, мәҫәлән, Күгәрсен районы ир-егеттәре байрам айҡанлы бик үҙенсәлекле видеояҙма әҙерләгән. Унда райондың бихисап ойошмаларының, учреждениеларының, предприятиеларының коллективтары йәлеп ителгән. Байрам айҡанлы гүзәл заттарҙы район хакимиәте, Мораҡ ауыл советы, полиция, янғын һағы, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, табиптар, юлсылар, Мораҡ РЭС-ы, "Водоканал" предприятиелары, нефтселәр, газ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡотлай.
Һөҙөмтәлә бик күңелле, матур видеояҙма килеп сыҡҡан. Афарин, Күгәрсен егеттәре!
Фотолар: видеонан скриншот.
Видео: Марат Исҡужиндың сәхифәһенән алынды.