Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2023, 23:20

Иғтибар! Юлдар сикләнә!

Дәүләкән - Талбазы юлының 41-се километрынан алып... Тағы ла...    

Иғтибар! Юлдар сикләнә!
Иғтибар! Юлдар сикләнә!

Ҡарҙың, боҙло ямғырҙың көслө яуыуы, көслө ел иҫеүе, боҙлауыҡ, юлдарҙың насар күренеүе һөҙөмтәһендә түбәндәге трассаларҙа юл хәрәкәте сикләнә:

Дәүләкән - Талбазы юлының 41-ҙән 59 километрға тиклем участкаһында;

Ишле - Яңы Атйетәр юлынан 0-дән 30 километрға тиклем участкала;

Р-240 Өфө - Ырымбур - Талбазы автомобилдәр юлы – Красноусол трассаһы буйынса был участканы урап үтеү һорала;

Талбазы –Семенкин юлының 3-тән 31 километрға тиклем участкаһында;

Урал-Мораҙым юлының  0-дән 24 километрға тиклемге юл участкаһында;

Культура -Төрөмбәт юлының 0-дән 6 километрға тиклем участкаһында: был участканы Степановка – Ильин автомобилдәр юлы буйынса урап үтеү һорала.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы водителдәрҙе был юл участкалары буйынса сыҡмауҙы һорай.

Үрҙә әйтелгән автомобиль юлдарында хәрәкәт яҡынса 10 март 10.00 сәғәткә тиклем сикләнә. Сикләү ваҡыты үҙгәрергә мөмкин.

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

Фото, сығанаҡ: https://transport.bashkortostan.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: