Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2023, 20:10

Ташҡынға әҙерлек тураһында һөйләштеләр

Беренсе постар Йомағужа, Павловка һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарында урынлашасаҡ.

Ташҡынға әҙерлек тураһында һөйләштеләр
Ташҡынға әҙерлек тураһында һөйләштеләр

9 мартта Башҡортостан Республикаһында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе һәм янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү, тәьмин итеү буйынса һәм Республика ташҡынға ҡаршы  комиссиялары кәңәшмәләрендә бер нисә мөһим мәсьәлә ҡаралды. Был – 2023 йылда ташҡынға әҙерлек, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү берҙәм системаһы көстәре төркөмдәрен раҫлау, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

- Берҙәм дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһы Башҡортостан төбәк ярҙамсы системаһының эшмәкәрлеге ғәҙәттәгесә һәр хәүефле хәлгә планлаштырыла. Был осраҡта һыу баҫыу зонаһына 42 муниципаль берекмә биләмәһе, 20 меңдән ашыу торлаҡ йорт, 80 меңдән ашыу кеше эләгә. Анализ күрһәтеүенсә, ямғыр һыуы өсөн канализацияларҙың, һыу үткәргес торбаларҙың һәм каналдарҙың сүп-сар менән тулыуы ташҡын сығанағына әйләнә, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, комиссия кәңәшмәһен асып.

Артабан комиссия ағзалары Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы, республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре, муниципаль берекмәләр хакимиәттәре башлыҡтары сығыш яһаны.

Ваҡытлыса урынлашыу пункттары, шартлатыу командалары эшен, хәбәр итеү системаһын ойоштороу, 112 берҙәм һаны буйынса оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу һәм башҡалар тураһында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны. Ул ташҡын осоронда автоматик гидравлика постары һаны 57-гә тиклем артасағы хаҡында белдерҙе. Беренсе постар Йомағужа, Павловка һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарында урынлашасаҡ.

Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20351/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: