Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2023, 22:30

Тыуған яғы өсөн күп эш башҡарҙы...

“Йоматау” шифаханаһы баш табибы, бағыусылыҡ менән шөғөлләнгән Айҙар Әлибаев вафат... Уның менән хушлашыу...

Тыуған яғы өсөн күп эш башҡарҙы...
Тыуған яғы өсөн күп эш башҡарҙы...

Өфөлә “Йоматау” шифаханаһының баш табибы һәм бағыусылыҡ менән шөғөлләнеүсе Айҙар Әлибаев вафат. Мәрхүмдең туғандары хәбәр итеүенсә, запастағы полковник, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы 9 мартта 61 йәшендә донъя ҡуйған.

Айҙар Әлибаев менән бәхилләшеү бөгөн Өфөлә Аврора урамындағы 7-се йорттоң 13-сө фатирында була. Уны 10 мартта Салауат районының Тирмән ауылында ерләйҙәр.

Төрлө йылдарҙа Айҙар Әлибаев Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһының санчастарында, Рәсәй Федераль һалым полицияһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында, Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең республика идаралығында хеҙмәт иткән.

Һуңғы йылдарҙа ул “Йоматау” шифаханаһында баш табип булып эшләгән һәм тыуған ауылы Тирмәнде төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. “Ярҙам – изге эштәр ваҡыты” проектында ҡатнашып, ағалы-ҡустылы Айҙар һәм Әнүәр Әлибаевтар ауылдың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарға хәтер монументы янында арт-объект – БТР-7 ҡуйған. Шулай уҡ улар зыяратты кәртәләп алған һәм бәләкәй генә өй һалып ҡуйған. Ауыл халҡына бүләк – мәсет тә төҙөткән.

– Һәләтле һәм дәртле етәксе, ышаныслы иптәш һәм үҙ еренең ысын илһөйәре, дуҫым Әлибаев Айҙар Әсвәт улы вафат. Ул тыуған районы өсөн бик күп эштәр башҡарҙы, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырҙы. Айҙар Әлибаевтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек, изге эштәре өсөн рәхмәт тойғоһо кеүек үк, беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, – тип яҙҙы уның хаҡында Салауат районы башлығы Марс Кашапов.

“Башҡортостан” гәзите мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башинформ.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: