Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә тәбиғәтебеҙҙең таҙалығы өсөн көрәшкәндәр, һәм, әлбиттә, спикерҙар ҡатнашты, һәр береһе тос фекерҙәрен ишеттерҙе.
Һөйләшеү барышында Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларынан һәм һауа күрһәткестәрен үлсәү лабораторияларынан тура бәйләнешкә сыҡтылар. Асыҡ һөйләшеүҙе Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы.
Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, бындай проблема уларҙы күптән борсой. Даими рәүештә был тәңгәлдә мониторинг үткәрелә, халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙе тейешле органдарға ваҡытында ебәрәләр. Быйыл февраль урталарында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко экология мәсьәләһенә арналған ултырыш үткәргән.
– Әлеге проблема тотош илебеҙ кимәлендә лә бар, ғөмүмән,тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш булдырыу "Экология", "Таҙа һауа" милли проекттары нигеҙендә тормошҡа ашырыла, – тине Нияз Фазылов.
Росприроднадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ковид сире ваҡытында Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында һауаның таҙалығын тикшереү сикләнгән булған, был ваҡытта урындарға барып тикшереү үткәрелмәгән. Һауаны тикшереү күсмә лабораториялары әле эшләй. Халыҡтан был хаҡта ялыу килеү менән шул тарафтарға юлланалар. Ҡыҫҡаһы, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары кешеләре менән улар тығыҙ бәйләнеш тота.
Шулай уҡ Росприроднадзор идаралығының коммуналь гигиена надзоры буйынса бүлек начальнигы Лариса Килдешова, Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Константин Цыганов, Башкирская содовая компания предприятиеһы генераль директорының беренсе урынбаҫары Александр Пименов һәм башҡалар тос фекерҙәрен әйтте.
Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан етәкселеге экология мәсьәләһен һәр саҡ контролдә тотто, әле лә шулай, һулар һауабыҙ саф булһын өсөн ҙур проекттарҙы, күп уй-маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра, ҡыҫҡаһы, халыҡтың мәнфәғәтен хәстәрләй.