Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2023, 18:16

Ағай-эне татыу булһа...

Ғәҙелбай ауылында йәшәгән ағалы-ҡустылы Ҡасҡыновтарҙы Рәүф Ҡасҡыновтың хужалығында осраттыҡ. Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе ағаһы Мәжит, ҡустыһы Мөрит һәм улы Айбар менән мал фермаһы өсөн ҡайындан брус, таҡталар быса ине. Эштәре ҡыҙыу булһа ла, ауылдың уңған ир-азаматтары бер аҙ аралашырға һәм фото төшөргә ваҡыт тапты.

– Ауылда йәшәү өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, теләк тә кәрәк, – тип һүҙ башланы фермер Рәүф Хәмитйән улы. – Малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешендә үҙ эшемде астым. Ағас эшкәртеү цехы ла бар, әммә ул әлегә бикле. Үҙебеҙ өсөн кәрәк-яраҡҡа таҡта, брус үткәреп алабыҙ. Элекке кеүек диләнкә алыу ауырлашты, шуға бүрәнә, таҡта бысыу кеүек эштәр туҡтап ҡалды.

150 баш һыйыр малы бар, шуларҙың 70-е – һауын һыйырҙар. Әле һөттө “Буранбай” кооперативына тапшырабыҙ. Көндәлек һөт кәмей бара, шулай ҙа һауын туҡтамай. Бөтәһе биш кешегә эш урыны булдырылған, миҙгелле эштәргә өҫтәмә эшселәр йәлеп ителә. Пай ерҙәре менән бөтәһе 766 гектарҙа сәсеү майҙаны бар, былтыр бойҙай, һоло, арпа һәм сафлор сәстек. Уңыш бик яҡшы булды, гектар ҡеүәте 22 центнерға етте. Тик бына тәүге йыл сәскән техник культура сафлорҙы ҡайҙа итергә белмәйбеҙ, алыусы юҡ.

Ауыл уңғандары өсөн һәр саҡ еңел түгел, көткән малыңдың итен, һөтөн, сәскән игенеңде лә ҡайҙа итергә белмәгән саҡтар ҙа була. Шулай ҙа тырыш һәм йүнселдәр юғалып ҡалмай, ниндәйҙер юлын таба, үҙ эшен аса, ауылдаштарына ла ярҙам итә.

Ағай-эне татыу булһа, эш тә ыңғай бара, аш та тәмле була. Үҙ-ара татыу һәм берҙәм Ҡасҡыновтар был тәңгәлдә күптәргә өлгө һәм үрнәк.

- Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ районы

Читайте нас: