Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2023, 18:02

Һалдаттарға – кейеҙ ойоҡбаш

Талбазылар изге эшкә ҡушылған.

Талбазы ауылында йәшәгән Зөлфиә Сидорова госпиталдәрҙә ятҡан яралы һалдаттар өсөн тәбиғи йөндән кейеҙ ойоҡбаш әҙерләй башлаған. Операциянан һуң ир-егеттәр өсөн бик уңайлы, тип иҫәпләй шәфҡәт туташтары. Тәүҙә Зөлфиә был эште бәләкәй улы менән генә башҡарһа, бөгөн уға ярҙам итергә теләүселәр байтаҡ.

Зөлфиә кейеҙ баҫыу серҙәренә интернеттағы видеояҙмаларҙы ҡарап өйрәнә. Йөндө Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан заказ менән алдыра.

“Кейеҙ баҫыу ярайһы ҡатмарлы эш. Тырышлыҡ, сабырлыҡ талап итә. Башта йөндө тетәбеҙ, һуңы­нан уны таратып, форма биреп, тығыҙландырабыҙ. Биҙәү эштәре күп ваҡытты ала, туҡыманан тегеп йәки буяуҙар менән һүрәттәр эшләйем”, – ти Зөлфиә.

Интернет селтәре аша Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән кейеҙ баҫыу оҫталары менән аралаша ул. Бер саҡ шулай һалдаттарға ойоҡбаштар әҙерләп, госпиталгә тапшырған ханым хаҡында мәғлүмәт күреп ҡала. Был башланғыс үҙенә лә оҡшай. “Башта әлеге ҡатын ойоҡбаш­тарҙы үҙ инициативаһы менән тәҡдим итә, ә һуңынан шәфҡәт туташтары кейеҙ ойоҡбаштарҙы кәрәкле әйберҙәр исемлегенә индерә”, – ти Зөлфиә.

Баҡтиһәң, был ойоҡбаштар операциянан һуң ятҡан һалдаттар өсөн бик ҡулайлы икән. Аяҡтарҙы йылы тота. Процедураларға сыҡҡанда ла, йоҡлағанда ла кейергә мөмкин. Яраланғандан һуң юғары тән температураһы менән ятҡандарға ла файҙалы. Тәбиғи ойоҡбаштар яҡшы йылыта һәм тынысландыра, ти оҫтабикә. Һарыҡ йөнөнөң дауалау үҙенсәлектәре хаҡында күптән мәғлүм, айырыуса ревматик ауырыуҙар, артрит, артроз менән яфаланғандарға. Тағы ла, ҡан әйләнешен яҡшырта, ти белгестәр.

“Яралыларға ярҙам ҡулы һуҙған ҡатын эшләгән ойоҡбаштарҙың бөтә һалдаттарға етмәйәсәген аңланым һәм мин дә уға ярҙам итергә булдым. Ул миңә интернет аша оҫталыҡ дәресе ебәрҙе, сөнки бындай ойоҡбаштарҙы нисек эшләү ысулын белмәй инем әле. Бер үҙем бик үк ырата алмаҫ инем, сөнки бер пар ойоҡбаш әҙерләү өсөн өс-дүрт көн китә. Ярҙамға V класта уҡыған кинйә улым да ҡушылды”, – тип һөйләй изге эшкә башланғыс һалған ҡатын.

Улы менән беренсе өс пар ойоҡбаш баҫып әҙерләгәндән һуң Зөлфиә социаль селтәрҙә был турала пост яҙып сығара. Шунда уҡ уларға ярҙам итергә теләүселәр ҙә табыла. Әүҙемселәрҙе оҫталыҡ дәрестәре үткәреп өйрәтеп ала. Тәүге посылкалар госпиталдәргә оҙатылған да инде.

Илебеҙ именлеге өсөн көс һалған батырҙарыбыҙҙың тормошон еңеләйтергә ярҙам иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ булыуы яугир­ҙәребеҙгә рух һәм дәрт өҫтәй. Улар – беҙҙең заман геройҙары!

- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: