Мәғлүм булыуынса, бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.
Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолғайны. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
“Мираҫлы ғаилә” номинацияһында беҙҙең гәзиттең махсус хәбәрсеһе, “Ашҡаҙар” гәзите мөхәррире Рәмил Ғәбдрәшит улы Мансуровтың татыу ғаиләһе билдәләнде.
Мансуровтар Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, уларҙы тырыш, уңған ғаилә тип беләләр. Хужабикә Гүзәл Абдрахман ҡыҙы иһә Өфө фән һәм технология университетының Стәрлетамаҡ филиалының редакция-нәшер итеү үҙәгендә мөхәррир булып эшләй.
Мансуровтар ғаиләһенең шөғөлдәре бик күп, улар араһында – әҙәбиәт, спорт, халыҡ бейеүҙәре, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге. Мансуровтар Айбулат, Раушания, Айтуған исемле балалар тәрбиәләй. Ата-әсәләре уларҙы илде, тыуған ерҙе яратырға, яҡындарҙың ҡәҙерен белергә өйрәтә.
Әйткәндәй, Мансуровтар бәйге финалына музыкаль бүләк тә алып килгәйне: Айбулат Мансуров “Рекрут” бейеүе менән сығыш яһаны.
Рәмил Ғәбдрәшит улы бәйгелә ҡатнашыу тураһында түбәндәге фекерен белдерҙе:
– Бәйгелә беҙ урын өсөн дә, аҡса өсөн дә ҡатнашманык. Баштан уҡ ниндәй урын алһаҡ та, бүләкте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙамға йүнәлтәбеҙ, тип хәл иттек, - тине ул.
Хеҙмәттәшебеҙҙең татыу ғаиләһен ҡотлайбыҙ һәм уларға артабан да ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Фото: Мансуровтарҙың шәхси архивынан.