Сибай ҡалаһында үткән сираттағы бер сарала етен майы етештереүсе эшҡыуар менән осраштыҡ. Яҡынданыраҡ танышҡас, уның шөғөлдәре күп булыуын белдек. Халҡыбыҙ йолаларына, кәсептәренә битараф булмаған, рухи ҡиммәттәрҙе һанлаған һәм үҙе лә шул рухи юғарылыҡтарға ынтылған замандашыбыҙ хаҡында мәҡәлә әҙерләмәйенсә булдыра алманыҡ.
Илшат Фәрит улы Хәсәнов ғаиләһе менән дөрөҫ туҡланыу яҡлы. Бына инде 15 йыллап ит ашауҙан баш тартҡан улар. Һөт ризыҡтарын үҙҙәре ышанған фермерҙарҙан ғына һатып алалар. Ошо ғәҙәттәре етен майы эшләү идеяһын тыуҙырған да инде. Тәүҙә эшҡыуар май һығыу ҡоролмаһы ала, унан махсус мискә, май гидронасосы, гидроцилиндр ала. Барыһы ла булғас һорау килеп тыуа: ә етенде ҡайҙан алырға? Баҡтиһәң, фермерҙар уны аҙлап һатмай, бары тик тонналап ҡына сауҙаға сығара. Эшҡыуарға улай күп кәрәк тә түгел, етмәһә, экологик яҡтан таҙа етен кәрәк. Эҙләгән – таба. Илшат Фәрит улы Силәбе өлкәһенән бер фермер менән таныша һәм үҙенә кәрәк күләмдә етен орлоғо ала. Шулай итеп, быйыл яҙ ул етен майы етештерә башлай.
– Етен майының файҙаһы бик күп. Уның хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Һаулығын ҡайғыртҡан һәр кемдең өйөндә ул булырға тейештер, – ти Илшат Фәрит улы.
И. Хәсәновтың был эше, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Әммә уның төп кәсебе был түгел. Эшҡыуарлыҡҡа ул корпуслы мебель менән килеп инә. Оҙаҡ ваҡыт өҫтәл, шкаф, кухня гарнитуры һәм башҡалар әҙерләү менән булыша ул. Тиҙҙән уға был шөғөлө ҡәнәғәтлек бирмәй башлай. Халҡыбыҙҙың үткәне, тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған Илшат Фәрит улы үҙен ошо юҫыҡта кәрәкле итеп танырға теләй.
– Оҙаҡ ҡына уйландым. Ниндәй йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һаҡланған, уның ниндәй элементтарын бөгөн дә ҡулланырға була һәм йәштәргә тапшырырға мөмкин? Ошо һорауға яуап эҙләгәндә милли тирмә эшләү идеяһы килеп тыуҙы. Юғиһә, йәштәр еңелсә генә, металдан эшләнгән ҡоршауҙы тирмә тип белә. Ә бит был ысынбарлыҡҡа тап килмәй, – ти эшҡыуар.
Илшат Фәрит улы элек-электән күсмә тормош менән йәшәгән башҡорт халҡының айырылғыһыҙ торлағы булған тирмәне эшләү өсөн республикала, хатта Рәсәйҙә тиңдәре булмаған оҫтаны табып ала. Ул – Миәкә районында йәшәгән Ғәлинур ағай Зарипов. Оҫта тиҙ генә ризалашмай. Илшат Фәрит улы ныҡыша торғас уны күндерә, ауылына барып бер йортто ҡуртымға алып, шунда ике ай йәшәп, Ғәлинур ағайға көн дә барып тирмә эшләргә өйрәнеп ала.
– Ғәлинур ағай 60 йәште уҙған, әле ул милли музыка ҡоралдары эшләү менән булыша. Мин унан иҫ киткес бай тәжрибә тупланым һәм, ниһайәт, маҡсатыма өлгәштем, – ти эшҡыуар.
Оҫтанан дәрес алып, ҡанатланып, илһамланып яңы кәсепкә тотона Илшат Хәсәнов. Үҙенең “Хан тирмәһе” компанияһын асып ебәрә. Уны ғаиләһе, туғандары, дуҫтары, таныштары, хатта таныш булмағандар ҡеүәтләп күтәреп ала.
– Яңғыҙым был эште алып китә алмаҫ инем. Бер тирмәне эшләү өсөн генә лә әллә күпме сығым талап ителә. Шуға ла интернеттағы социаль селтәр аша ярҙам да һораным. Битараф булмаусылар табылды. Шулай итеп, 2019 йылдың апрелендә беренсе тирмәне күтәрҙек, – ти эшҡыуар.
Бөгөн Хәсәновтың ышаныслы коллективы бар. Хәбир Иҫәнғолов тирмәнең ишектәрен һәм өҫтөн эшләй, Фәрит Өмөтбаев стеналары өсөн яуаплы, Руслан Бикбаев ағастан һырлап милли орнаменттар әҙерләй. Әхмәр Зөлҡәрнәевтең дә ярҙамы ҙур, тегенсе Оксана Петрова ла үҙ эшен яратып башҡара. Тирмәне йыйыу ваҡыты уның ҙурлығына бәйле. Иң бәләкәйенең әйләнәһе – дүрт метр, уны ике аҙна әҙерләйҙәр. Ваҡыттың иң күбе ағастарҙы киптереүгә китә. Тирмәне кейеҙ менән тышлағас, һыу үтмәһен өсөн яуым-төшөмдән һаҡлаусы тент менән көпләйҙәр.
Милли тирмәгә заказдар бик күп килә. Мәскәү, Себер тарафтарынан, Ҡаҙағстан, Дағстан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәһенән алыусылар бар. Әлеге мәлдә эшҡыуар Башҡортостан Милли музейына һәм Сибай ҡалаһындағы “Сайран” туристик базаһына тирмә әҙерләй.
– Бөрйән районынан үҙенең туристик бизнесын асҡан ҡыҙ ҙа беҙҙән тирмә алды. Унда туристар йәшәһен өсөн шарттар булдырылып, буржуйка ла ҡуйылған. Тирмә ошондай бизнес өсөн ҡулайлы, күсереп алып йөрөргә була. Әйтергә кәрәк, күсмә сауҙа үҙәге, кафе, мини-музей өсөн бик шәп ҡоролма ул. Тирмә төҙөлөш объекты түгел, уны палатка ише ҡайҙа булһа ла ҡороп була, – ти И.Ф. Хәсәнов.
Ысынлап та, бик кәрәкле эш менән була Илшат Фәрит улы. Бар күңелен һалып, яратып, илһамланып башҡара уны. Уңыштарға өлгәшергә уны ғаиләһе лә дәртләндереп, һәр эшен маҡтап, хуплап ҡына тора. Киләсәктә лә был тәңгәлдә эше туҡталмаҫ, ҡаҙаныштары күп булыр, тип ышанабыҙ.
- Резеда Усманова
Сибай ҡалаһы