Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2023, 18:04

Илһөйәр

Илнур Ирғәлиевте дауахана юлында тап иттек. Махсус хәрби операцияла ҡаты яраланғандан һуң был тарафтарҙы йыш тапай шул. Әле лә ҡатмарлы хирургик операцияға әҙерләнеп йөрөгән сағы. Шулай ҙа аралашырға ваҡыт тапты, үҙенең күргән-кисергәндәре менән бүлешергә ихлас ризалашты.

Илнур Ринат улы Ирғәлиев 1990 йылдың 15 сентябрендә Саҡмағош районында тыуған. Ырымбур өлкәһе Ясный ҡалаһында стратегик тәғәйен­ләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Армиянан һуң Илнур яҙмышын хәрби хеҙмәткә арнай. 2021 йылдың ноябрь айында килешеүгә ҡул ҡуйып, Башҡортостан резервистар составында Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Былтыр үҙ теләге менән А. Доставалов ботальонына яҙылған. Түбәнге Новгородта хәрби әҙерлек үткән.

“Махсус хәрби операция барған ауылдарҙы уҙғанда урындағы халыҡ урамға сығып, теҙелеп беҙҙе Рәсәй флагтары менән ҡаршы алып, ҡул болғап оҙатып ҡала ине. Бер ерҙә ике көндән артыҡ торманыҡ. Туҡтағанда техниканы маскировать итеп, үҙебеҙгә ашарға әҙерләп, окоптар ҡаҙып йәшәнек. Ике сәғәт һайын алмашлап дежурҙа торҙоҡ. Мин пулеметсы ярҙамсыһы булғас, башлыса уның менән бергә булдым”, – тип һөйләй яугир.

Хәрби юл йыйнаҡлыҡ һәм ҡаты тәртип талап итә. Шулай ҙа көтөлмәгән хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Илнур алғы һыҙыҡта ҡаты яраланып, мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Бергә хеҙмәт иткән егеттәренә рәхмәтле ул. Беренсе ярҙам күрһәтеп, һуғыш яланынан алып сығып, медсанчасҡа оҙаталар. Вертолет менән Симферополь ҡалаһына госпиталгә алып барып, операция яһайҙар.

Яу ҡырында йөрөгән иптәштәре хаҡында йылы хәтирәләр һаҡлай егет. “Беҙ бер ғаилә булып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ағалы-ҡустылы кеүек, бар нәмәне лә бүлешеп, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәнек. Юғалтыуҙар ҙа булды. Ата-әсәләренә, ғаиләләренә сабырлыҡ теләйем. Алғы һыҙыҡта ҡалған иптәштәрем иҫән-һау тыуған еребеҙгә әйләнеп ҡайтһын”, – ти ул.

P.S. Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгән арала Илнурға Өфө ҡалаһында операция эшләнеләр. Ул уңышлы үтте. Был баш ҡала табиптарының юғары профессионаллеге хаҡында һөйләй. Хәленә, һаулығына һис зарланмай, аралашырға риза булған Илнур Ирғәлиевкә ҙур рәхмәт. Тиҙерәк һауығып китһен.

- Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: