Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Март 2023, 15:00

Көтмәнем дә, белмәнем дә...

Атайым был хәбәрҙе ишеткәс иланы

Көтмәнем дә, белмәнем дә...
Көтмәнем дә, белмәнем дә...

Башҡортостан һәм Татарстан эстрадаһының сағыу йондоҙо, яҡташыбыҙ Ришат Төхвәтуллиндың һөйгән ҡыҙы Әлиә Ҡарасуринаға тәҡдим яһауы тураһында хәбәр иткәйнек. Был Ришаттың тыуған көнөндә, 7 мартта булды. Тормошондағы мөһим ваҡиға тураһында Әлиә бына нимәләр тигән.

“Көтмәнем дә, белмәнем дә. Ришат та һиҙҙермәне. Уның Айгөл һеңлеһе барыһын да белгән, тик сюрприз итеп, әйтмәгәндәр. Миңә ысынлап та ҙур сюрприз булды ул. Миңә йә тыуған көнөндә, йә 8 мартта тәҡдим яһар тип әйтеүселәр булғайны, тик мин көтмәнем. Тәҡдим яһағас, иланым, Ришаттың да күҙҙәрендә йәштәр бар ине”, – тигән ул.

Әйткәндәй, йәштәр был ҡыуаныслы хәбәрҙе ата-әсәһенә шул уҡ көндө әйтмәгән.

– Үҙҙәрен күреп хәбәр итке килде. Тәүҙә Ришаттарға ҡайттыҡ, шунан минекеләргә киттек. Был саҡта атайым өйҙә юҡ ине, уға телефон аша әйттек. Атайым шатлығынан иланы. Ике яҡ та беҙҙең өсөн бик шат, – тигән ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: