“Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы Яңауыл районының Яңы Артауыл ауылында “Көмөшкә аппаратын тапшыр” тип аталған акция иғлан ителгән. Әйтергә кәрәк, кемдеңдер сарҙағында саңланып ятҡан, бәғзе берәүҙәрҙә һирәк-һаяҡ булһа ла ҡулланылған ҡорамалды тапшырыусылар табылған. Уларҙан оҫта ҡуллы егеттәр ауылдың, улай ғына түгел, айыҡ тормоштоң символы булырлыҡ самауыр эшләгән!
Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Әғзәм улы Вәзиғәтов социаль селтәрҙә был хаҡта бына нимәләр яҙҙы. “Яңы Артауыл – бай тарихлы ҙур ауыл. Бында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, почта бүлексәһе, магазин, Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе, мәҙәниәт йорто, табип амбулаторияһы, мәсет бар. 320 йортта 788 кеше йәшәй. Халҡы берҙәм һәм ярҙамсыл. Күптәренең йорттары ҙур һәм матур, машиналары бар, етеш йәшәйҙәр. Ғөмүмән алғанда, уларҙың сәләмәт тормош алып барыуға стимулы етерлек. 40-тан ашыу ғаилә бал ҡорто тота. Фермер хужалыҡтары бар. Күршелә генә – “Урада агрофирмаһы”, “Стандарт” йәмғиәте, ауыл халҡы шуларҙа йәки нефть тармағында эшләй.
Был ауылда эскелек сәскә атты, тип әйтеп булмай, әммә һирәк-һаяҡ эсеүселәр осрай ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең көмөшкә ҡыуыуы ла билдәле булды. Әлеге хәлгә нөктә ҡуйырға ваҡыт етте. Күрәһең, ундайҙар үҙҙәренең дөрөҫ йәшәмәүен аңлай башлағандыр. Халыҡ үҙ алдына ауылды айыҡлыҡ биләмәһе итергә тигән маҡсат ҡуйҙы”.
Ысынлап та, Яңы Артауылда “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы бихисап матур эштәр башҡарыла. Бында төрлө спорт ярыштары, мәҙәни-масса саралары, форумдар даими үтә, йәштәр һәм балалар араһында тәрбиәүи эш ойошторола. Айырыуса ир-егеттәргә ҙур иғтибар бүленә, сөнки айыҡ ир-егет – ныҡлы ғаилә терәге! Бер һүҙ менән әйткәндә, насар ғәҙәттәргә битараф булмағандарға ҡаршы етди көрәш алып барыла. Ә инде әлеге акцияға ярашлы тапшырылған көмөшкә аппараттарынан урындағы оҫталар – Ренат менән Рөстәм Сәрүәровтар 30 литрлыҡ матур һәм нәзәкәтле самауыр эшләй. Хәҙер был самауыр – айыҡ тормош усағының символы. Әйткәндәй, көмөшкә аппаратының самауырға әйләнеүе Яңауыл районының башҡа ауылдар халҡында ла ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Инзилә Шәйхетдинова һәм әүҙем йәмәғәтселәр етәкселегендә башҡарылған изге башланғыстар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Әле үк халыҡ араһында сәләмәт тормош рәүешен һайлаусылар күп. Яңы артауылдарға изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ! Самауырлы табын артында ауылдаштар бергә йыйылып матур саралар үткәрһен, ауылдың киләсәгенә өмөт һәм бөгөнгөһөнә ҡот өҫтәп, күберәк йәш ғаиләләр барлыҡҡа килһен, сабыйҙар тыуһын!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА