Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарҙың хәл-әхүәле тураһында йыш таныштырып торабыҙ. Белеүебеҙсә, нәҫел сире сәбәпле инвалид булып, ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән егеттәрҙең көнитмешенә, проблемаларына тәүгеләрҙән булып Рәхмәт ауылында йәшәгән Идиә Ғәлимова иғтибар итә һәм журналистар Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова һәм башҡалар киң йәмәғәтселеккә еткерә.
Йәнә Ҡунаҡҡоловтар хаҡында шатлыҡлы хәбәр бар. Уны Идиә Ғәлимова үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль селтәрендәге сәхифәһенә яҙған.
"Ура! Зәңгәр яғыулык тоташтырылды.
Бөгөнгө көндә, физик мөмкинселектәре сикләнгән, ағалы-ҡустылы, өс бер туған Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһе ҙур шатлык кисерә. Күптәнге бойомға ашмаҫтай хыялдары тормошка ашып, йорттарына зәңгәр яғыулык инде. Уларҙың бергәләшеп яулаған шатлыҡ-ҡыуаныстарын, һеҙҙең менән дә уртаҡлашабыҙ.
Ике йыл элек, документ эштәрен башлап ебәргәндә, эште аҙағына тиклем алып барып сығарыу, егеттәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу, бик ауырға тура киләсәк тигән уйҙарыбыҙҙы, хәҙер иҫләп һөйләргә генә ҡалыр инде.
Был донъяла, миһырбанлы, ярҙамсыл, яҡшы кешеләр бөтмәгән икән. Аллаға шөкөр, изге күңелле кешеләрҙе бер-бер артлы Хоҙай Тәғәлә беҙгә ебәреп кенә торҙо. Һәм бына, ниһайәт, ҡыш айы һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ауыл егеттәре ярҙамында, газ ҡоралмаһы өсөн бүлмә эшләнелеп Айтуған Фәттәховтың алып килгән барлыҡ ҡорамалдары үҙ урынына ҡуйылды. Ошо изге эштә ҡатнашҡан барлыҡ егеттәргә, Күсем газ сервисы мастерҙарына, Альберт Булат улына, был эштең башынан аҙағына тиклем үҙенең күҙәтеүе аҫтына алып, эш барышын контролдә тотоп, йылылыҡ системаһын көйләп тоташтырыусы, оҫта ҡуллы Заһир Дауытовҡа һәм төп ярҙамсы, кәңәшсебеҙ Рәмзиә Кәримоваға, егеттәр яҙмышына битараф булмаған Хөкүмәт вәкилдәренә, барлыҡ социаль өлкәлә эшләүсе етәкселәргә һәм, әлбиттә, төп бағыусылыҡты ойоштороусы, шәхсән үҙе ярҙам иткән Айтуған Фәттәховҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һәм тағы ла шуныһы ҡыуаныс, беҙ бөгөн бар эшелә ыңғай ғына булып Гөлфиәнең 10 көн элек тапшырылған документтары раҫланып, паспортын алмаштырыу хоҡуғына эйә булып, тулы хоҡуҡлы Рәсәй гражданины булып ҡайттык. Афарин, Гөлфиә! Артабанд а шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа ғына йәшәргә Хоҙай насип итһен!" - тип яҙҙы Идиә Ғәлимова.
Беҙ ҙә Ҡунаҡҡоловтарҙың шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ һәм артабан рәхәтләнеп "зәңгәр ут" ҡулланып, йылы йорттарында йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Фото һәм текст сығанағы: Идиә Ғәлимова.