Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 10 мартта Өфөлә өсөнсө тапҡыр «Бәләкәй принцессалар балы» үтте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тотош республиканан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар йыйылды - бөтәһе 265 кеше. Балда ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.
Сара башланыр алдынан төбәк етәксеһе байрам балын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән меценаттар менән осрашты. Радий Хәбиров уларға байрамды әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәндәре һәм мәрхәмәтлек сараларында даими ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте.
- Изгелегегеҙ өсөн һәм был мөһим проектты хуплағанығыҙға ҙур рәхмәт. Уның бурысы - муниципалитеттар өсөн «үҙенсәлекле» балаларға ярҙам итеү буйынса трендтар булдырыу, - тине Радий Хәбиров.
Хәйриә эшмәкәрлеге алып барыусылар ҡайһы бер райондарҙа ошондай балалар байрамдары үткәрә башлауҙарын билдәләне.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһында «Бәләкәй принцессалар балы»нда ҡатнашыусылар өсөн фотозона, артистарҙың һәм аниматорҙарҙың сығыштары ойошторолдо. Артабан ҡыҙҙарҙы бай программа - оҫталыҡ дәрестәре, ижади күргәҙмәләр, визаж студияһы, театр тамашалары һәм байрам балы көттө.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.
- Һеҙҙе матур яҙғы байрам менән ҡотлайым. Һеҙ беҙҙең өсөн - ысын мәғәнәһендә бәләкәй принцессалар. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күргән аҡыллы, көслө, сабыр әсәләрегеҙҙе лә ҡотлайым, - тине Радий Хәбиров. - Республикабыҙҙа бындай байрамдар даими үткәрелһен өсөн тырышасаҡбыҙ.
Республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ҡотлауға ҡушылды.
- Был үҙенсәлекле, тылсымлы байрам. Бында барыһы ла ғәҙәтигә әйләнде. Һеҙ бөгөн иң ҡыйыу теләктәр теләй алаһығыҙ. Йылмайығыҙ һәм бәхетле булығыҙ, - тип теләне Каринэ Хәбирова.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.