Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2023, 13:30

Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды

“Иң мөһиме ­ халыҡ хеҙмәттәрҙе сифатлы һәм ваҡытында алһын"

Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды
Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды

Күп функциялы үҙәктәрҙә көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды, уртаса алғанда ул 2 минут тәшкил итә. Был хаҡта үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров яҙҙы. 2022 йылда күп фунциялы үҙәктәрҙең офистары 5 миллиондан ашыу эш ҡабул итте һәм 1,5 миллион самаһы консультация бирҙе.

Халыҡтың мөрәжәғәттәре төрлө, атап әйткәндә, махсус хәрби операция менән бәйле һорауҙар өҫтәлә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән ҡасаҡтарға түләүҙәр өсөн документтар ҡабул итеүҙе мөмкин тиклем тиҙерәк ойошторҙолар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән эшләйҙәр.

Элеккесә бизнесҡа ярҙам итеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә үҙәктәрҙә “Минең документтарым” эшҡыуарҙарға төбәк һәм федераль көрсөккә ҡаршы ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт биреүҙе ойошторҙо.

Милек хоҡуҡтарын теркәү, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре менән бәйле башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерәләр.

“Иң мөһиме ­ халыҡ хеҙмәттәрҙе сифатлы һәм ваҡытында алһын, сиратта тормаһын, ваҡытын әрәм итмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ”, ­ тип белдерҙе Республика Башлығы.

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_989188

Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды
Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды
Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды
Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды
Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды
Көтөү ваҡыты тағы ла ҡыҫҡартылды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: