Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2023, 12:00

Лавр япрағын тел аҫтына һалһаң...

Уның был файҙалы яғы тураһында белмәгәнһегеҙҙер әле

Лавр япрағын тел аҫтына һалһаң...
Лавр япрағын тел аҫтына һалһаң...

Лавр япрағының файҙалы яҡтары тураһында күптәр белә. Ул кулинар тәмләткес кенә түгел, электән уны тәбиғи антесептик һәм һауа сафландырғыс тип тә беләләр.

Лавр япрағын кулинария маҡсатында файҙаланмауҙың бер ҡыҙыҡлы ысулы бар. Йыш ҡына дөрөҫ булмаған гигиена арҡаһында ауыҙ ҡыуышлығында стоматит барлыҡҡа килә. Ауырыу үҙен бик насар тоя – кәм тигәндә бер аҙна ыҙа сигәсәк һәм бер нимә лә ашай алмаясаҡ.

Сирҙән тиҙерәк ҡотолоу өсөн, лавр япрағын тел аҫтына һалырға һәм 5-10 минут ауыҙҙа тоторға кәрәк. Үләндә булған файҙалы матдәләр төкөрөк менән бутала һәм ауыҙ ҡыуышлығына антисептик йоғонто яһай.

Бер генә ҡағиҙә тураһында онотмағыҙ: япраҡты тәүҙә һыуҙа тотоп алығыҙ, ҡоро үлән ҡаты һәм ауыҙ эсен ҡырҡыуы бар.

Фото: pxhere.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: