Бөгөн социаль селтәрҙә видеояҙма таралды: Мәләүез районында бер эт боҙло һыуға төшөп киткән. Мәхлүк хайуан ҡурҡышынан һәм өшөүенән өрөп кешеләрҙән ярҙам һораған. Уны битараф булмаған ир күреп ҡалған һәм үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып булһа ла, ҡотҡарыға ташланған.
Был хәлде бер ҡатын телефоны камераһына төшөрөп алған. “Рөстәм, үҙең төшөп китмә”, - тип килә ул.
“Ҡайҙа төшөп киткән, ошейнигы бармы? Муйынан тартаһыңмы? Ипләп, үҙең төшөп китмә”, – тип һөйләй видеоға төшөргән ҡатын.
Рөстәм исемле ир иһә ипләп кенә эт янына килә, тәүҙә уға ботаҡ биреп ҡарай, тик килеп сыҡмағас, боҙ ситенә барып, һөйрәп сығара.
Үлемдән ҡотолған эт шунда уҡ ҡаса. Ә ҡотҡарыусы Рөстәм һәм уның янындағы ҡатын ҡыуанысын йәшермәй. Был изгелеге Рөстәмгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!
Фото һәм видео: социаль селтәрҙәр.