Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2023, 13:00

Яугирҙәргә – “Ҡымыҙ бароны”нан быҡтырылған ит

Айтуған Фәттәхов быҡтырылған йылҡы ите етештереү буйынса мини-цех асҡан. Банкаларға “Барон фермаһынан” тигән махсус билдә ҡуя, сөнки... 

Яугирҙәргә – “Ҡымыҙ бароны”нан быҡтырылған ит
Яугирҙәргә – “Ҡымыҙ бароны”нан быҡтырылған ит

Әбйәлил районынан Айтуған Фәттәховты “Ҡымыҙ бароны” тип атауҙарын был төбәк халҡы күптән белә. Фермаһында 850 баш самаһы йылҡы аҫраған Айтуғандың ҡымыҙының даны әллә ҡайҙарға таралған.

Әлеге ваҡытта фермер махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеүҙе үҙенең изге бурысы тип һанай. Тыуған ил именлеге һағына баҫыусылар араһында Айтуғандың үҙенең туғандары ла бар. Быға тиклем ул боланут сәйе, ҡаҙы ебәреүҙе ойошторған.

Әле Айтуған Фәттәхов быҡтырылған йылҡы ите етештереү буйынса мини-цех асҡан. Банкаларға “Барон фермаһынан” тигән махсус билдә ҡуя, был алым посылкаларҙың һалдаттарға барып етеүен белешеү өсөн кәрәк, ти йәш фермер.  

Фото һәм видео: vk.com/abzelil_102

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: