Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2023, 12:30

Радиожурналистика маһиры

Бөгөн билдәле радиожурналист, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Тәнзилә Үлмәҫбаева күркәм юбилейын билдәләй. 

Радиожурналистика маһиры
Радиожурналистика маһиры

Билдәле журналист, “Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы” акционерҙар ойошмаһының генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаева күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы радиожурналистика маһиры хаҡында бер кәлимә.

Беҙ, Башҡорт дәүләт университеты студенттары, уның етәкселегендә радиожурналистика буйынса практика үттек. Бик ҡыҙыҡлы осор ине был, сөнки студент журналистиканың ҡайһы тармағында эшләргә тейешлеген үҙе билдәләргә тейеш.

Тәүге практикаларымды журналда, гәзиттә үтеп, шул тармаҡҡа тартылып торһам да, уҡытыусылар талабына, уҡытыу программаһына ярашлы радиола ла, телевидениела ла үҙебеҙҙе һынап ҡарарға тейеш инек. Тик радиола, һис уйламағанда, бер мәсьәлә килеп тыуҙы – былай һөйләшкәндә яңылыҡты ла, репортажды ла үҙ тауышым менән ҡәҙимгесә һөйләп торам да, микрофон алдына баҫһам, көйләп телмәр тота башлайым, йәғни ниндәйҙер “уйнау” килеп сыға. Быны бер нисек тә төҙәтеп булмай ҙа ҡуя. Микрофон алдында һөйләү минең өсөн проблема булып китте.

Тәнзилә Абдулла ҡыҙы йәштәр менән эшләй белә, райондарҙан алып ҡайтҡан репортаждарымды хуплап, микрофон алдында ла эшләргә өйрәтергә теләне. Ул ярҙамға коллегаһы, тормош иптәше, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды саҡырҙы. Әхәт Мотаһар улы студияла тауышым менән эшләп ҡараны. Үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр, тауыш – радио өсөн төп ҡорал. Уны бында бер нимә лә алмаштыра алмай. “Тауышың матур, радиоға килешле!” – тине Әхәт ағай, әммә баяғы “көйләү”ҙән ҡотола алмайым бит!

Тәнзилә Абдулла ҡыҙы мине Баймаҡ районында үткән Башҡорт йәштәре көндәренә командировкаға ебәрҙе, унан матур ғына яҙмалар алып ҡайтып, эфирға сығарҙым. Әлшәй районында бер мәктәптә милли байрам ойошторолдо, ул яҙмалар ҙа радио фондына инеп китте.

Һәр репортаждың сценарийы була, уларҙы яҙып, машинкала баҫыусыларға тапшыраһың. Ошоларҙы ҡарап, яҙмаларымды баһалап, Тәнзилә Абдулла ҡыҙы практика буйынса бик матур характеристика яҙып бирҙе һәм былай тине: “Лариса, һин – яҙа торған журналист. Һиңә мотлаҡ баҫма журналистикала эшләргә кәрәк!”

Ул, радиоэфирҙа эшләй алмаҫһың, тип күңелемде төшөрмәне, киреһенсә, иҫ киткес шәп яҙаһың, һиңә яҙыу менән шөғөлләнергә кәрәк, тигән фекерҙе һеңдерҙе. Был – уҡытыусының бик һоҡланыс сифаты! Эйе, хәҙер радиоэфир өсөн минән нимә талап ителгәнен аңлайым, әммә йәш саҡта барыбер миктофон алдында ҡаушау ҙа, режиссерҙар ҙа “төҙәтә” алмаҫлыҡ ҡурҡыу ҙа булғандыр, моғайын. Практика етәксеһенең дөрөҫ йүнәлеш биреүе, сираттағы  практиканттың бер айлыҡ практикаһы үтте, бөттө, тип ҡул һелтәп ҡарамауы хаҡында әйтәм.

Бөгөн дә “Юлдаш” радиоһында бик күп йәштәр һынау үтә, радиожурналистикала ғына түгел, һүҙ менән, тауыш менән эш итеү тармағында ҡанаттарын нығыта. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы етәкселегендәге Башҡортостандың радиожурналистика тармағы – йәштәр өсөн оло мәктәп. Ул йәштәрҙе ойоштора, эшкә йәлеп итә белә. Бер һөйләмдән, бер эфирҙан йәш белгестең мөмкинлектәрен баһалай.

Тәнзилә Үлмәҫбаеваның йәнә лә бер сифаты – ижади үҫешкә мөмкинлектәр асыу. Ул һәр ҡыҙыҡлы, фәһемле, заманса яңы проектҡа юл яра белә. Оҙаҡ уйлап, аҙаҡ ҡарарбыҙ тип әйтмәй, киреһенсә,  әйҙәгеҙ, эшләгеҙ, ти. Ул – үҙ эшенең профессионалы, радиожурналистика нигеҙҙәренә таянып, яңы алымдарҙы эфирға алып сығыуға булышлыҡ итә. Йылдар буйына тупланған тәжрибәһе яңы эштең килеп сығыу-сыҡмауын шунда уҡ тойомларға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта уның ҡәтғи рәүештә “юҡ” тип әйткән саҡтарын да ишеткәнем бар: ил, ер, халыҡ мәнфәғәтендәге һорауҙарҙа ул икеләнмәй.

Шәхсән тағы бер рәхмәтемде әйтеп үткем килә. Беҙ Донецк Халыҡ Республикаһы балаларына “Аҡбуҙат” журналының махсус һанын әҙерләнек. Исем туйына ҡыҫҡа, әммә йөкмәткеле видеояҙма кәрәк ине. Видеояҙманың проекты бар, һүрәттәре лә, ә бына тауыш яҙҙырыу өсөн студия кәрәк, йәғни тауыштың сифаты юғары булырға тейеш. Таныштарҙан ярҙам һораным, булмай, тинеләр. Тәнзилә Абдулла ҡыҙына мәрәжәғәт иттем. Ул ниндәй тексты күпме ваҡыт эсендә уҡырға кәрәк, тип кенә һораны. Ватсаптан 20-30 секундлыҡ тексты һалдым һәм ике сәғәт эсендә дүрт төр вариантта яҙма алдым! Бында уҡытыусымдың ярҙамсыллығын да, профессиональ мөнәсәбәтен дә күрәм. Ә ул видеояҙма шул тиклем уңышлы килеп сыҡты: Түбәнге Новгород, Сочи, Мәскәү ҡалаларындағы коллегаларымды, етди, һығылып бармаҫ ир-егеттәрҙе илатты.

Тәнзилә Абдулла ҡыҙы хаҡында тағы ла бер фекеремде еткергем килә.  Ул Әхәт Мотаһар улы менән бәхилләшкәндә тыуҙы. Бер ҡараһаң, барыһы ла уны йыуатырға тейеш кеүек ине. Ә ул эстән һыҙланһа ла, көс туплап, иренең эшмәкәрлегенә, тормош иптәше булараҡ кешелек сифаттарына юғары баһа биреп сығыш яһаны. Уның эшен дауам итергә, балалары менән бергә рухына тап төшөрмәҫкә вәғәҙә биргәндә, көслө рухлы ҡатындың ҙур ҡайғынан Һомайғоштай терелеп, үҙенә йыуатыу эҙләүен түгел, үҙе башҡаларҙы йыуатыр юғарылыҡта булыуын күрҙем. Уның был һүҙҙәренән һуң минең дә арҡам төҙәйеп китте, Әхәт Мортазинды юғалтыу ҡайғыһына өмөт нуры үрелде. Балалары, эше ҡалған, артабан да уның исеме мәңгеләштереләсәк. Бына шундай ҡатындары, эшенең маһирҙары, шәхестәре менән көслө лә инде халҡыбыҙ!

Лариса АБДУЛЛИНА,

шағирә, журналист.

 

Рита ӨМӨТБАЕВА, “Ҡурай-ТВ” телеканалы директоры:

– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы – ысын журналист, һөнәренең оҫтаһы. “Даирә” тапшырыуында, йәштәр редакцияһында эшләгән осорҙа ул һәр ваҡыт проблемалы темаларҙы күтәрергә, хеҙмәте менән кешеләргә ярҙам итергә тырышты. Шул ваҡыттан уҡ беҙҙең өсөн остаз да, ҡурсалаусы ла, өлкән иптәш тә ине. Бөгөн дә күптәр өсөн хөрмәтле уҡытыусы, оҫта етәксе һәм ойоштороусы булып ҡала.

Тағы ла шуны әйтер инем: ул – бик рухлы, патриот кеше. Үҙе эшләгән Башҡортостан телерадиокомпанияһының, “Юлдаш” радиоһының, тыуған Мәләүез районының, халҡының ысын патриоты. Ошо илһөйәрлеге уға бик күп башланғыстарында ярҙам итә. Һәм уның һәр саҡ хаҡлыҡ, ғәҙеллек яҡлы булыуын айырып билдәләр инем.

Роза ТӨХБӘТОВА, “Спутник ҒМ” радиоһының баш мөхәррире:

– Тәнзилә Абдулла ҡыҙы – үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған журналист, бына тигән етәксе, ойоштороусы. Уның менән иң ҡатмарлы эштәрҙе, мөмкин булмаҫ тигән башланғыстарҙы йырып сығырға мөмкин.

Ул – көслө рухлы кеше. Тормош юлынан һынауҙар алдында баш эймәй атлауы һәм һәр ваҡыт ғәҙеллек яҡлы булыуы менән һоҡландыра. Һәр күренешкә ҡарата үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар, шуны әйтә һәм, кәрәкһә, һүҙен яҡлай белә. Үҙе етәкләгән коллективы, эргәһендәге яҡындары өсөн тауҙай ҡалҡан була ала. Һәр кемгә иғтибары, хәстәре етә, хәленән килһә, бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмай.

Дөйөмләштереп шуны әйтә алам: Тәнзилә Абдулла ҡыҙы – эске гармонияға өлгәшкән, шәхес булараҡ үҙен-үҙе булдырған кеше. Һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ, ғаиләһендә һөйөклө әсәй, ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан өләсәй. Матур ғүмер байрамы айҡанлы иң изге теләктәремде еткерәм: һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер һәм балаларының бәхетен күреп йәшәүен теләйем.

 

 

 

 

 

 

 

 

Радиожурналистика маһиры
Радиожурналистика маһиры
Радиожурналистика маһиры
Радиожурналистика маһиры
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: