Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2023, 09:00

"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы халҡынан - йәнә бер башланғыс.

"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?
"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?

Кисә Хәйбулла районында "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ярашлы оффлайн һәм онлайн форматтарҙа “Айыҡлыҡ диктанты” акцияһы ойошторолдо.

Был сараның инициаторы – Әбүбәкер халҡы, улар быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында район данын яҡлай.

Акцияла хәйбуллалар әүҙем ҡатнашты. Бынан тыш, республиканың башҡа райондарында, Татарстан һәм Тажикстан республикаларында, Өфө, Мәскәү ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә йәшәгән яҡташтары ла был башланғысты дәррәү күтәреп алған.

Изге ғәмәлгә республиканың "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан башҡа ауылдары ла ҡушылыр, тигән өмөттәбеҙ.

Фото Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?
"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?
"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?
"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?
"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?
"Айыҡлыҡ диктанты"на ҡушылабыҙмы?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: