Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Март 2023, 21:00

Һипкелле - һөйкөмлө, тиһәләр ҙә...

Һипкеллеләр яҙғы ҡояш аҫтында күп йөрөһә, ныҡ һиҙелә. Шуға ла ҡатын-ҡыҙ йыш ҡына биттәге тимгелдәрҙе нисек тә бөтөрөү юлын эҙләй. Тирене ағартыу ысулдарын тәҡдим итәбеҙ.

Һипкелле - һөйкөмлө, тиһәләр ҙә...
Һипкелле - һөйкөмлө, тиһәләр ҙә...

Бәләкәй саҡта биткә һибелеп киткән алтын нөктәләр матурлыҡ ҡына өҫтәп торһа, олоғая килгән һайын, биттәге таптарҙың төҫө ҡуйырып, йөҙҙө бер ҙә биҙәмәй кеүек.

Айырыуса һипкеллеләр яҙғы ҡояш аҫтында күп йөрөһә, ныҡ һиҙелә. Шуға ла ҡыҙҙар йыш ҡына биттәге тимгелдәрҙе нисек тә бөтөрөү юлын эҙләй. Косметик юл менән фитотерапия, лазер ярҙамында, ағарта торған агрессив кремдар һөртәләр. Әммә бындай саралар эҙһеҙ үтмәй, бит тиреһен зарарлап, тонусы юғалып, ҡороп, ҡартайып китеүе ихтимал. Шуға ла халыҡ дауаһына мөрәжәғәт итеп, бит тиреһен шымартып, ағартып, матурлап алыу мөкинлегенә өҫтөнлөк итергә кәңәш ителә.

Яҙғы ҡояш һипкелдәрҙе күбәйтмәһен тиһәгеҙ, ҡара күҙлек, эшләпә кейеп йөрөргә тырышығыҙ, тәбиғи продукттарҙан битлектәр эшләп тороғоҙ. Һипкелдәрҙән бөтөнләйгә лә ҡотолоп булмай, әммә төҫһөҙләндереп, ағартыу саралары бар. Лимон, ҡыяр, һуған, ҡатыҡ, баҡса еләге, икмәк кеүәҫе, петрушка - тап ошо продукттар өйҙә эшләнгән маскалар, лосьондар составында.

- Һуған һутын һәм һыуҙы бер төрлө миҡдарҙа алып, иртәле-кисле һөртөү кәңәш ителә.

- Майһыҙ кефирға лимон һуты өҫтәп, биткә яғырға кәрәк. Шулай уҡ лимон һутын үҙен генә лә һөртөргә мөмкин.

- Шыйыҡ балға ваҡланған петрушка ҡушып, йәнә лимон һуты өҫтәп биткә һыларға һәм 20 минуттан йыуып төшөрөр кәрәк. Иҙелгән петрушкаға ҡайнар һыу һалып, ике сәғәт тирәһе ҡапҡас менән ҡаплап торорға - көн дә бит тиреһен таҙартып тороу өсөн тоник әҙер.

- Ҡарағат емештәрен иҙеп, ҡаймаҡ ҡушып эшләнгәне лә һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.

- Ҡыярҙы блендерҙан йәки ҡырғыс аша үткәреп, тәбиғи йогурт йә кефир болғап, биткә яғабыҙ. Был битлекте күҙ тирәләренә лә һөртөргә ярай, һипкелдәр менән бергә, күҙ төптәре ҡарайып торғанда ла файҙалы.

Әлбиттә, битлектәрҙе бер һөрткәндән генә һипкелдәр бөтөп, тире ағарып китә тигән һүҙ түгел. Шулай ҙа тирене тәрбиәләп, таҙартып, үрҙә әйтелгәндәрҙе даими эшләп торһағыҙ, һис шикһеҙ, һөҙөмтә буласаҡ. Шуныһы мөһим: һәр кемдең тиреһе үҙенсәлекле икәнен иҫтә тоторға кәрәк, шуға ла аллергия тыуҙырған продукттарҙы ҡулланмағыҙ, табип менән кәңәшләшегеҙ.

Фото pixabay.com

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: