Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2023, 10:30

Әсәһен табырмы, юҡмы?..

"Меҫкен йән эйәһен сығарыуын сығарҙым да ул, тик..." Ҡотҡарыусы Азат әйтеүенсә...

Әсәһен табырмы, юҡмы?..
Әсәһен табырмы, юҡмы?..

Күп урындарҙа аттарҙың тибенлектә йөрөүе, шунлыҡтан йыш ҡына аварияларға сәбәпсе булыуы бер кемгә лә сер түгел.

Әлеге видеояҙмала күренеүенсә, Баймаҡта тибенлектә йөрөгән ҡолон ҡалын ҡарға батҡан һәм унан сыға алмаған. Ярай әле Иҫән ауылынан Азат исемле егет тап булған. Ул батҡан ҡолондоң юлын көрәп сығара. Меҫкен малдың бөтөнләй хәле юҡ. Артабан ул әсәһенә барып ҡушылырмы, юҡмы... "Сығарыуын сығарҙым да ул. Тик ҡолондоң бөтөнләй хәле юҡ. Өҫтәүенә яңғыҙ. Эргә-тирәлә өйөр күренмәй", - тип борсола Азат.

Ат хужаларына малдарын даими күҙәтеп торорға кәрәк тә бит. Уларҙың ҡайһы берҙәре малдарға ла, юлдағы хәлдәргә лә битарафлыҡ күрһәтә. Йән эйәһен көткәс, уның өсөн яуап биреү кәрәклеген дә онотмаһаҡ ине.

Видео "Юг Башкортостана" төркөмөнән.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: