Ошо көндәрҙә түбәндәге яңылыҡ билдәле булды: милләттәшебеҙ, Әбйәлил егете Рәмил Бикҡужин Мәскәүҙәге ҙур компанияларҙың береһенә генераль директор итеп тәғәйенләнгән.
Һүҙ «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек компанияһы «МТТ» хаҡында бара. Бынан алда ул компанияның коммерция директоры вазифаһын биләгән. Был хаҡта МТС-тың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«МТТ»-ның генераль директоры позицияһында Рәмил Бикҡужиндың төп бурысы - бизнес өсөн инновациялы һанлы продукттарҙы үҫтереү, баҙар позицияларын нығытыу һәм компания эшмәкәрлегенең финанс-иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыу. Юғары идара итеү компетенцияһы, маркетингтағы ҙур тәжрибәһе, аналитик һәләте Рәмил Бикҡужинға компанияның алдынғы проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы уңышлы дауам итергә мөмкинлек бирәсәк», - тип билдәләгән «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең корпоратив һәм яңы бизнесты үҫтереү буйынса вице-президенты Олег Алдошин.
Яҡташыбыҙ Рәмил Бикҡужин 2005 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған. Уның Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең телекоммуникация баҙары лидерҙары булған эре компанияларҙа эшләү тәжрибәһе ҙур.
2015 йылдан Рәмил «МТС» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Төньяҡ-Көнбайыш» бүлегендә маркетинг департаментын етәкләгән. Төрлө йылдарҙа «Вымпелком» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг һәм коммерция бүлектәренә, башҡа оҡшаш компанияларға етәкселек иткән.
Башҡортостанда иһә Рәмилде иң билдәле башҡорт блогеры – “Башҡорт хужабикәһе” (“Башкирская домохозяйка”) Миләүшә Шәйхелисламованың бер туған ҡустыһы тип беләләр. Ошо көндәрҙә ул үҙенең социаль селтәрҙәге шәхси блогында ҡустыһының юғары уңыштарына бик ныҡ шатланыуын һәм уның менән сикһеҙ ғорурланыуын белдергән.
“Рәмил бала саҡтан уҡыуҙан бушаманы, үтә етди булды”, - ти Миләүшә.
Беҙ ҙә милләттәшебеҙ Рәмил Бикҡужинды яңы вазифа менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото: www.tadviser.ru