Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 14:51

Ҡайһы осраҡта аҡсаны кире ҡайтарып була?

kraski-net.ru
Фото:kraski-net.ru

“Дауаханала түләүле әмәлиәт эшләтергә тура килде. Был аҡсанан күпме сумманы кире ҡайтарырға мөмкин?

 

Ф. БИКМӘТОВ”.

 

Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтарма­һын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар.

Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ был хоҡуҡҡа эйәһегеҙ:

l физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ;

l медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булырға тейеш;

l медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ;

l йылына ҡайтарма алыу өсөн сығымдар иң күбе 120 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: