Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 14:39

Батыр һалдат – Балаҡатайҙан!

Мәсхүт Миңлеғәлин.
Фото:Мәсхүт Миңлеғәлин.

Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәгеләрҙе яҙған.

– Украинала махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткәне, үҙен-үҙе аямағаны өсөн, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ миҙалы менән Анатолий Леонидович Лыков бүләкләнгән, – тигән Мәсхүт Рәшит улы. – Дәүләт наградаһын батыр һалдаттың ата-әсәһенә тапшырҙыҡ.

Мәсхүт Миңлеғәлин әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай юғалтыуҙы бер ниндәй ҙә бүләкләү ҡапламай. Анатолий өсөн бер ниндәй кәртәләр ҙә, ҡаршылыҡтар ҙа булмай. Батырға мәңгелек дан!

- Илдар Аҡъюлов

Читайте нас: