Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 17:28

Ерҙең даны – ирҙән

Ир абруйы был ауылда ҡоро төшөнсә түгел.

Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы Фёдоровка ауыл биләмәһенә ҡарай. Ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева белдереүенсә, әбүбәкерҙәр берҙәм, татыу һәм дәртле булыуы менән айырылып тора.

Быйыл улар “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабында беренсе урын яулап, әле республика этабында еңеү өсөн бар тырышлығын һала.

 

Һабаҡ бирҙе, тәжрибә өҫтәне

 

Республика “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, әбүбәкерҙәр район кимәлендә генә түгел, төбәк-ара саралар, осрашыуҙар ойоштороп, үҙҙәренең дәррәү, берҙәм көс булып эш итеүе менән күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Төрлө йүнәлештәге сараларҙың барыһы ла сәләмәт тормошто пропагандалауға, спортты үҙ итеүгә, айыҡ тормош алып барыуға йүнәлдерелгән булыуы менән иғтибарға лайыҡ. 

Күптән түгел Әбүбәкер ауылында йәнә бер бик матур һәм әһәмиәтле байрам үтте. “Ерҙең даны – ирҙән” тип аталған ир-азаматтар форумында төрлө яҡтарҙан мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм ирекмәнлек буйынса рәйес урынбаҫары Хәлил Рәхмәтуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының йәштәр сәйәсәте, спорт һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы ағзаһы Замир Ғәлиуллин, Хәй­булла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Баймаҡ районы ирҙәр ҡоро етәксеһе Илгиз Йәнбирҙин етәкселегендә Яйыҡбай ауылы делегацияһы, Айҙар Ҡоланшин етәкселегендә Ейәнсура районы Яңыбай ауылы вәкилдәре, Йылайыр районы советы секретары Илшат Рәшит улы Солтәнгәрәев етәкселегендә Йылайыр районы делегацияһы һәм  Хәйбулла районы хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл активистары йыйылды.

Форумда ҡатнашыусыларға иң тәүҙә ауыл уңғандарының төрлө шөғөл-кәсептәрен күрһәткән бай күргәҙмә тәҡдим ителде. Ниндәй генә оҫталар юҡ! Ағастан һәм ботаҡтарҙан семәрләп-һырлап төрлө йәнлек һындары, картиналар, паннолар булһынмы, һандыҡтармы, балаҫ һуғыу станогы тиһеңме, дебеттән бәйләнгән һәм һуғылған күҙҙең яуын алырлыҡ шәлдәрме, башҡорт халҡының милли кейемдәре, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, селтәр, гәләбаш, текә таҡыя, ҡашмау, сәйләндәрҙән төрлө сәскә гөлләмәләре, сағыу балаҫтар, кейеҙҙән баҫылған төрлө әйберҙәр – барыһы ла күргәҙмәгә ҡуйылған. Ҡунаҡтарҙы һәм форумда ҡатнашыусыларҙы һәр оҫта үҙ эше менән шул тиклем мауыҡтырғыс итеп таныштыра. Һәр әйбергә бар күңел нурын, йөрәк йылыһын һалғаны әллә ҡайҙан күренеп тора, сөнки ниндәй генә эше тураһында һорама, уның хаҡында яратыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләргә әҙер. Ысынлап та, күҙҙең яуын алырлыҡ матур әйберҙәрҙе нисәмә төн йоҡламай бәйләгәнен, сиккәнен йә теккәнен, һүрәт төшөргәнен ул үҙе генә белә.

Мәҫәлән, Фәрхетдин Билалов талдан төрлө әйберҙәр эшләй. Гармунсы һәм баянсы, бар яҡлап сәнғәткә ғашиҡ Ғәлимйән Ултыраҡов ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре эшләр өсөн тәңкәләрҙе тишеп сүкер өсөн көмбәҙ эшләү ҡоролмаһы яһап алған. Ҡортсолоҡ менән булышҡан Динар Назаров та был шөғөлдөң бар үҙенсәлеген сағылдырған бай күргәҙмә әҙерләгән.

Шулай уҡ Әбүбәкерҙә онотола барған ир-егет кәсептәренең тергеҙелеүе ҡыуаныслы. Мәҫәлән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, оҫта ҡуллы Әғзәм Зәкиров ауыл ир-егеттәренә арҡан ишеү, йүгән, ҡамсы һәм сыбыртҡы үреү серҙәрен өйрәтеп, оҫталыҡ дәресе күрһәтһә, Ильяс Ҡәйепов ағастан юнып, йышып, семәрләп төрлө әйберҙәр эшләү менән мауыға. 

Ир һүҙе – ил һүҙе

 

“Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр” ти халыҡ мәҡәле лә. Ысынлап та, донъя тотҡаһы булыр ир-егеттәр Әбүбәкер ауылында байтаҡ. Тап улар менән осрашыу һәм асыҡтан-асыҡ һөйләшеү өсөн егәрле, тапҡыр, талантлы һәм дә эшсән ун ир-азамат сәхнәгә сығып, үҙҙәренең ни өсөн ауылда төпләнеп ҡалыуҙары, ата-олаталары нигеҙенә тоғро ҡалып, уларҙың юлын дауам итеүе, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүе, милли шөғөл-кәсептәргә йөҙ бороуы хаҡында фекерҙәрен әйтте, тәҡдимдәре менән бүлеште. Сәхнәлә уларҙың быуындар бәйләнешен лайыҡлы дауам итеүҙәрен күрһәткән аталы-уллыларҙаң сығыштарын барыһы ла көслө алҡыштарға күмде. Аталы-уллы Айтуған һәм Ильяс Билаловтар башҡарыуында гармун моңдары, Флүр менән Надир Билаловтарҙың дәртле бейеүҙәре һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Ауылдың ир-егеттәр ҡоро етәксеһе Йәмил Балдыбаев, староста Рамазан Назаров, имам Булат Назаров һәм башҡа ир-азаматтарҙың барыһы ла “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуы халыҡты берләштереп кенә ҡалмаған, ә һәммәһе бер бөтөн булып бар ауыл тормошон “бер ус төбөндә” тоторға, уның һәр тын алышын һиҙергә, барлыҡ проблемаларҙы бергә хәл итергә ярҙам итеүе, бигерәк тә ауылдың ир-егеттәрен әүҙемләштереп ебәреүе, уларҙың үҙҙәрен ошо ерҙең ысын хужаһы итеп тойоуҙары хаҡында белдерҙе.

Әбүбәкер ауылының мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн Хәйбулла муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән Хәсән Билалов, Фәхретдин Билалов, Альберт Билалов, Фаил Сынбулатов, Солтан Билалов, Линар Әбүбәкировтар бүләкләнде.

Артабан форумда ҡатнашыу­сылар “Ир һүҙе – ил һүҙе” тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты. Бында һәр кем бөгөнгө йәмғиәттә һәм ғаиләлә ир һүҙенең тотҡан роле, атай абруйы, ата һәм ул проблемалары хаҡында үҙ-ара фекер алышты, тәҡдимдәр индерҙе, кәңәштәр бирҙе. Барыһы ла бер тауыштан апрель айында Әбүбәкер ауылында Хәйбулла районының Ирҙәр ҡорон үткәрергә, район-ара осрашыуҙарҙы даими рәүештә ойошторорға һәм райондың һәр ауылында ир-егеттәр ҡоро булһын тигән ҡарарға килде.

- Кәримә Усманова

Хәйбулла районы

Читайте нас: