Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс “Етегән” республика байрамы сиктәрендә ойошторолған. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Сараны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары бөйөк Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса сәхнәләштергән спектакленән өҙөк менән башлап ебәрҙе, Кендектең мажаралары, һәр ғаилә өсөн иң бәхетле мәл – бала тыуыу кеүек изге төшөнсәләр хаҡындағы тамаша сараға йән һәм йәм өҫтәне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бәйгелә ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша тәбрикләне.
Жюри ағзалары лауреаттарҙы “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә ижады” номинацияларында билдәләне. Проект финалында республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан ике тиҫтәгә яҡын ғаилә ҡатнашты. Конкурстың беренсе зона этабы онлайн уҙғарылған, ғаиләләр унда видеоролик форматында визит карточкаһын тәҡдим иткән. Ғаиләләр үҙҙәренең ғаилә йолаларын һәм байрамдарын, кәсептәрен һәм мауығыуҙарын күрһәткән. Шулай уҡ роликтарҙа ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, күп балалы һәм сәләмәт ғаиләнең өҫтөнлөктәре сағылдырылған.
“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова быйыл ҡалала Етегән байрамын һигеҙенсе тапҡыр (2016 йылдан) уҙғарабыҙ, тип белдерҙе. Һәр еңеүсегә аҡсалата приздар, махсус бүләктәр ҡаралған. Шулай итеп, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында гран-приҙы Стәрлебаш районынан Тойғоновтар яуланы. “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынға Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар сыҡты, икенселә – Өфөнән Вәлиевтәр, өсөнсөлә – Сибайҙан Байғужиндар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында еңеүселәр түбәндәгеләр: I урында – Асҡын районынан Ғайсиндар; II урында – Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар, III урында – Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндар. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында иһә алдынғылыҡты Нефтекама ҡалаһынан Ғилемхановтар бирмәне, икенселә һәм өсөнсөлә – Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар һәм Ғафури районынан Күскилдиндәр. Махсус номинацияларҙа айырым бүләктәр менән шулай уҡ бер нисә ғаилә билдәләнде. Мәҫәлән, “Һәләтле ғаилә” тип Сибайҙан Ғәйетбаевтар, “Мираҫлы ғаилә” тип Стәрлетамаҡтан Мансуровтар, “Рухлы ғаилә” тип Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәевтәр билдәләнде. Шулай уҡ “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Иглин районынан Нуриевтарға махсус приз тапшырылды.
Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә МЫРҘАБАЕВА:
– Ҡатнашыусыларҙы беҙ маҡсатлы, уңған, балаларын һәр яҡтан үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һалған, мәҙәниәтле, рухлы кешеләр итеп күрәбеҙ, уларҙы ошо талаптарға ярашлы һайлайбыҙ. Унан тыш туған телде, тарихты белеүҙәре мотлаҡ. Тамырҙарын, ырыуын, нәҫел-нәсәбен белеү генә түгел, хөрмәт иткән, ошо мәғлүмәтте быуындан-быуынға тапшыра килгән ғаиләләр, һис шикһеҙ, хөрмәт уята. Унан, бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаиләнең башҡаларға өлгө булырлыҡ дәрт-дарманлы, сағыу булыуы фарыз.
Рәмил МАНСУРОВ: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, “Мираҫлы ғаилә” номинацияһында еңеүсе:
– Бәйгелә беҙ урын өсөн дә, аҡса өсөн дә ҡатнашманыҡ. Баштан уҡ ниндәй урын алһаҡ та, бүләкте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙамға йүнәлтәбеҙ, тип хәл иткәйнек.
- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА