Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 11:00

Их, Күгәрсен шәлдәре!

Йомағужа ауылы уңғанбикәләре кәзә лә тарай, шәл дә бәйләй, йыр ҙа йырлай!

Их, Күгәрсен шәлдәре!
Их, Күгәрсен шәлдәре!

Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәгән гармунсы, йырсы Нәйлә Әхмәтгәрәеваның исеме төркөмдәштәргә ярайһы уҡ яҡшы таныштыр, сөнки ошоғаса улар әхирәте Зилә Йәнбулатова менән бер нисә йырлы сәләм юллағайны. Беҙ был талантлы ханымдар менән яҡындан таныштырғайныҡ.

Был юлы "Ҡояшҡай"балалар баҡсаһында эшләгән Нәйлә Әхмәтгәрәева үҙен журналист сифатында һынап ҡарап, тағы бер матур видеояҙмаһы менән уртаҡлашты. Үҙе лә ҡул эштәренә оҫта ханым кәзә тарау, уның мамығын тетеү, ҡабалау, иләү, шәл бәйләү эштәре барышы менән таныштырҙы.

Видеояҙма Күгәрсен районының Йомағужа ауылында йәшәгән Флүрә Абдуллинаның өйөндә төшөрөлгән. Ошо ауыл уңғанбикәләре Рәйлә, Гөләйшә, Зилә ханымдар кәзә мамығын эшкәртеүҙең барлыҡ алымдарын матур итеп күрһәтеп, аңлатып бирҙе. Эш бөткәс, уйнарға, күңел асырға ла ярай тигәндәй, Күгәрсен уңғандары “Шәл бәйләнем” йырын башҡарып, үҙҙәре бәйләгән иҫ киткес матур шәл һәм косынкаларҙы ла күрһәтте.

Ә һеҙҙең яҡта кәзә тарай башланылармы? Мамыҡ шәл бәйләргә, ябынырға яратаһығыҙмы? Халҡыбыҙҙың был матур шөғөлө һаҡланғанмы?

Фотолар: видеояҙманан скриншот.

Их, Күгәрсен шәлдәре!
Их, Күгәрсен шәлдәре!
Их, Күгәрсен шәлдәре!
Их, Күгәрсен шәлдәре!
Их, Күгәрсен шәлдәре!
Их, Күгәрсен шәлдәре!
Их, Күгәрсен шәлдәре!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: