Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 15:30

“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта

Улар мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осраша

“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта

Башҡортостан Республикаһына Төньяҡ флот делегацияһы килде. Өс көн дауамында Төньяҡ флоттың “Иван Грен” десант карабы вәкилдәре Өфө мәктәптәрендә батырлыҡ дәрестәре үткәрә. Сәфәр барышында хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ йәштәр менән эшләү һәм Башҡортостан менән караптың артабанғы хеҙмәттәшлегенә бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүгә ҡағылған бер нисә сара планлаштырыла.

– Беҙҙең делегация Төньяҡ флоттан Төньяҡ хәрби хоккей лигаһын сағылдыра. Өфөгә “Росомахи” һәүәҫкәр хоккей командаһы менән иптәштәр осрашыуын үткәреү өсөн килдек. Спорт сараларынан тыш, йәштәр өсөн ватансылыҡ сараларын ойоштороу ҙа маҡсатыбыҙ, – тине Нахимов хәрби-диңгеҙ училищеһының Мурманск ҡалаһындағы филиалын ойошторған педагог Алина Васенева. – Беҙ 88-се мәктәптә, 6-сы һәм 42-се лицейҙарҙа булдыҡ. Осрашыуҙарҙа уҡыусыларға үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙ, Ҡотоп аръяғы тарихының данлы биттәре, Ҡыҙыл Байраҡлы Төньяҡ флот һәм, әлбиттә, хоккей тураһында һөйләнек.  Шулай уҡ батырлыҡ дәрестәре үткәрҙек һәм ДОСААФ курсанттары өсөн окоп шәмдәре эшләү буйынса оҫталыҡ класы ойошторҙоҡ.

Сара аҙағында уҡыусылар һәм делегация ағзалары хат яҙҙы, уларҙы яһаған шәмдәр менән бергә махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән яугирҙәргә ебәрәләр.

Делегация өсөн Еңеү паркында һәм Еңеү музейында экскурсия ойошторолдо. Улар Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, атом һыу аҫты кәмәһе рубкаһына сәскә һалды. Делегация Өфөгә 19 мартҡа тиклем килгән. Сәфәр барышында “Росомахи” һәүәҫкәр ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы менән иптәштәр уйыны планлаштырыла.

 

“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
“Иван Грен” карабы делегацияһы беҙҙә ҡунаҡта
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: