

Ҡыш бирешергә теләмәй, әле булһа йә ҡар-буран, йә туңдыра. Әммә Николо-Березовка һәм Ҡуян ауылдарында йәшәүселәрҙең күңеле тыныс, сөнки был торлаҡ пункттарын йылылыҡ менән тәьмин итеүсе “Йылылыҡ селтәрҙәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡышҡы йылытыу миҙгеленә һәр йыл ныҡлы әҙерлек менән аяҡ баҫа һәм имен үткәрә.
“Йылылыҡ селтәрҙәре” йәмғиәтенең ойошторолоуына быйыл 17 йыл тула. Бөгөн ул – районда йылылыҡ менән тәьмин итеүсе берҙән-бер ойошма. Предприятие йылылыҡ энергияһы етештерә һәм уны ҡулланыусыға еткерә. Ул юғарыла әйтеп үткән ауыл биләмәләре сиктәрендә муниципаль объекттарҙың электр хужалығын һәм ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндерә. Предприятие ҡарамағында Николо-Березовка һәм Ҡуян ауылдарындағы ҡаҙанлыҡтар һәм ун километр самаһы йылылыҡ селтәре иҫәпләнә. Улар шулай уҡ район үҙәк дауаханаһын һәм физкультура-сәләмәтләндереү комплексын хеҙмәтләндерә.
Предприятие энергия һаҡсыллығы талаптарынан тайпылмай. Шул маҡсатта производствоны үҙгәртеп ҡороу, заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереү көнүҙәк бурыс итеп билдәләнгән. Һуңғы осорҙа был йүнәлештә әһәмиәтле эштәр башҡарылған.
Бер үк ваҡытта йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу хәстәрлеге лә күрелә. Был эшкә предприятие ҙур көс һәм сығымдар йүнәлтә. Подряд ойошмалары менән берлектә йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Һөҙөмтәлә йылылыҡ энергияһын еткереүҙең ышаныслылығы тағы ла артҡан, абоненттарҙы хеҙмәтләндереү сифаты күтәрелгән. Селтәрҙәрҙе реконструкциялау алдағы йылдарҙа ла дауам итәсәк.
2011 йылдан предприятиеға тәжрибәле белгес, юғары ойоштороу оҫталығына эйә Айрат Мортазин етәкселек итә. Айрат Миркәләм улы берҙәм, һәләтле коллектив туплауға ирешкән. Бында 42 кеше эшләй. Һәр кем үҙ бурысын намыҫ менән башҡара. Сөнки һәр кем аңлай: производство үҙенсәлектәре ҙур теүәллек һәм яуаплылыҡ талап итә. Күптәр бында предприятие ойошторолған көндән башлап эшләй. Үҙ эшенең ысын оҫталары баш инженер Раил Әхмәров, бухгалтер-экономист Резида Ғабдрахманова, кассир Рәмзилә Фәрдетдинова, ҡаҙанлыҡ начальнигы Илшат Ваһапов, энергия участкаһы етәксеһе Рафаэль Голованов үҙ һөнәренә тоғролоҡтары менән башҡаларға үрнәк булып тора. Слесарҙар Рәфит Фәррәхов, Венер Аминев, водителдәр Андрей Вострецов, Таһир Ихиятдинов, өлкән оператор Исфира Мисбахетдинова, уның хеҙмәттәштәре Гөлнара Хәкимова, Әлфиә Шәйәхмәтова тураһында маҡтау һүҙҙәре генә әйтелә. Баш хисапсы Ләйсән Головинова һәм иҡтисадсы Резида Ғабдрахманованың юғары һөнәри оҫталығы предприятиеның финанс тотороҡлолоғон тәьмин итергә, өҫтәмә финанстар йәлеп итергә, абоненттар менән эшләүсе Рәмзилә Фәрдетдинованың талапсансанлығы түләүҙәрҙе ваҡытында үткәрергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡулланыусыларҙың түләүҙәр буйынса бурыстары үткән йылға ҡарағанда күпкә кәмерәк.
“Комводстрой” йәмғиәтендә иһә 30 кеше хеҙмәт һала. Ул алты ауыл хакимиәте һәм бюджет ойошмаларын һыу менән тәьмин итә. Йәмғеһе 221 километрҙан ашыу һыу үткәргес өсөн яуаплы улар. Шулай уҡ һыу насосы станцияһы, биологик таҙартыу ҡоролмалары ла инә. Ҡуян ауылындағы тораҡ йорттарҙы ла тәртиптә тоталар.
“Йылылыҡ селтәрҙәре” предприятиеһы иртәгәһе көн менән йәшәй. Мәҫәлән, хәҙер коллективта энергоаудит кеүек һәм энергия менән тәьмин итеүгә бәйле башҡа яңы эш төрҙәрен үҙләштерәләр. Заманға ауаздаш булыу уңышҡа ышаныслы юл аса.
- Г. СӘЛИХОВА
Краснокама районы