Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 14:50

Кемдәр ташламаға өмөт итә ала?

nmosk-tv.ru
Фото:nmosk-tv.ru

“Газ сертификаты тураһында яҙһағыҙ ине. Өйөбөҙҙө күптән төҙөп бөткәнбеҙ, документтары ла бар, тик бына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелмәгән...

 

Р. НАФИҠОВ.

 

Ҡыйғы районы”.

 

– Быйыл Башҡортостанда газды йорт участкаһына тиклем еткереү сертификаты номиналы – 100 мең һум. Был сертификат республика бюджеты иҫәбенә ташламалы “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү хоҡуғын бирә. Уға түбәндәге категория граждандарҙың хоҡуғы бар:

l Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;

l Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;

l махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары;

l килеме йәшәү кимәленән кәм булған инвалидтар;

l уртаса килеме йәшәү минимумынан кәм булған, инвалид балалар тәрбиәләгән һәм күп балалы ғаиләләр.

Күптән түгел Башҡортостандың торлаҡ һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родиндың Башҡортостан юлдаш каналында үткәрелгән брифингта әйтеүенсә, тораҡта “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелгән һәм ер участкаһы, йорто рәсмиләштерелгән, йәғни күсемһеҙ милек хужаһы булғандар газды йорт участкаһына тиклем еткереү программаһы ҡатнашыусыһы була ала. Бының өсөн документтар менән күп функциялы үҙәккә йәки ғаризаны дәүләт хеҙмәттәрендә йәки газ үткәреүҙең берҙәм операторы сайтында тултырырға мөмкин.

Әйткәндәй, 2019 йылдан Башҡортостанда торлаҡ йортҡа газ үткәреү буйынса сертификаттар биреү тәртибе раҫланды.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: