Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 16:00

Ныҡ ауыртына, яҡындарына ҡысҡыра...

Роман Костомаровтың хәле маҡтанырлыҡ түгел

Ныҡ ауыртына, яҡындарына ҡысҡыра...
Ныҡ ауыртына, яҡындарына ҡысҡыра...

Боҙҙағы бейеү буйынса олимпия чемпионы Роман Костомаровтың яҙмышын күптәр күҙәтеп бара. 10 ғинуарҙа уҡ пневмония менән сирләп китеп дауаханаға эләккән спортсының хәле һаман маҡтанырлыҡ түгел. Ошо арала уның аяҡтары һәм ҡулдарының бер өлөшөн ҡырҡтылар, ул инсульт кисерҙе.

Әле киң матбуғат сараларынан хәбәр итеүҙәренсә, уны инсульттан һуң аңына килтерергә тырышалар.

Шулай уҡ хәбәр ителеүенсә, уның некрозы һаман бөтмәгән һәм бының өсөн ҡулдарының тағы бер өлөшөн ҡырҡыу талап ителә. Әммә спортсының организмы операцияға әҙер түгел, был уның йөрәге туҡтауға килтереүе ихтимал.

“Әлеге ваҡытта Костомаровтың хәлендә кире үҙгәрештәр юҡ, табиптар даими рәүештә уны үҙ аңына килтерә, уны аралашһын тип тырыша”, – тип хәбәр итә “Матч ТВ”.

Әммә ул аңына килгән саҡта ныҡ ауыртыуҙар кисерә һәм яҡындарына ҡысҡыра, тип хәбәр итә “КП” баҫмаһы. Уның оҙаҡ ятыуҙан янбашы тишелгән. Роман Костомаровтың психологик торошо ла табиптарҙа хәүеф уята.

“Романдың психологик торошо үҙгәрҙе. Әле уның менән психолог эшләй. Ул үҙаллы тын ала башлағас, трахеостомаһын алдылар. Шул саҡта уҡ яҡындарына ҡәнәғәтһеҙлеген күрһәтә башланы”, – тигән сығанаҡ.

Фото: Спорт РИА Новости. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: