Йәмғиәт
17 Март 2023, 09:47

Һорауҙарығыҙҙы биреп ҡалығыҙ

ivteleradio.ruivteleradio.ru
Фото:ivteleradio.ru

“Башҡортостанда ҡулланыусылар ниндәй ойошмаға мөрәжәғәт итеп, үҙен борсоған һорауҙарын бирә ала?

 

З. ЗӘЙНЕТДИНОВА”.

 

– Көндәлек тормошта үҙ хоҡуҡтары­быҙҙы яҡшы белеү зарур, сөнки һәммәбеҙ ҙә ниндәй ҙә булһа хеҙмәттән файҙа­ланабыҙ йә тауар һатып алабыҙ. Әммә ҡайһы ваҡыт күңелде төшөргән хәлдәр ҙә тер­кәлә. Мәҫәлән, консерва ­ аҙыҡ-түлек һауытта күрһәтел­гән яраҡлылыҡҡа тура килмәй һәм уның сифаты насар булыуы ихтимал. Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Башҡортос­тандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ойошторған “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.

8 (347) 218-09-78 телефоны аша ҡулланыусылар һәм башҡалар үҙҙәрен тауарҙарҙы һатып алыу, хеҙмәттәр күрһәтеү менән бәйле борсоған һорау­ҙарҙы бирергә мөмкин. Бүлек хеҙмәткәрҙәре социаль йәһәт­тән ярҙамға мохтаждарға дәғүә проектын йәки ғаризаһын яҙыуҙа ярҙам итә ала.

31 мартҡа тиклем 9 – 18 сәғәттә (13-14 сәғәт – төшкө тәнәфес) үрҙә күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратырға була. Әйткәндәй, был сара республи­каның Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан 15 мартта билдәләнгән Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө айҡанлы ойошторола.

Шәхсән ҡабул итеү ­кә­рәк­кәндә граждандар ­ Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт) мөрәжәғәт итә ала.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас