Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 17:30

Ҡәһүә психикаға тәьҫир итә...

Ҡәһүә – донъялағы иң билдәле эсемлектәрҙең береһе. Ул илһамландыра, иғтибарҙы туплай. Ләкин бының менән генә ҡәһүәнең йоғонтоһо сикләнмәй. Бер нисә тикшеренеү кофеның кеше психикаһына ыңғай, кире һәм сәйер йоғонтоһон күрһәткән.

 

Ыңғайы

 

Ҡәһүә кешене дәртлерәк һәм иғтибарлыраҡ итә. Быны тикше­ренеүҙәр ҙә дәлилләй. Ғалимдар белдереүенсә, кофеин иғтибарҙы арттыра, проблемаларҙы хәл итеү һәләтен аса. Мәҫәлән, имтихан алдынан кофеинлы эсем­лек­тәр эсеү һынауҙы еңелерәк тапшырыу мөмкинлеген бирә, айырыуса иртәнсәк.

Гарвард мәктәбе ғалимдары дәлилләүенсә, ҡәһүә мейегә хә­рәкәт иткән объекттарҙы тиҙерәк табыу һәм күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Тимәк, иғтибарҙы туплауҙы һәм реакцияны яҡшырта.

Киреһе

 

Ҡәһүәнең етешһеҙлектәре лә бар. Мәҫәлән, уны кис эсһәң, йоҡлап булмай. Күп итеп эсеп, ҡапыл кәметһәң, баш ауыртыуы ихтимал.

Кофе – стимулятор, тик мейегә бындай ҡаҡшатыуҙар гел генә кәрәк булып тормай. Әйтәйек, холоҡтары буйынса интроверт булғандарға күп кеше алдында сығыш яһар алдынан йәки башҡа стресс хәлдәрендә кофе эсергә ярамай. Ул, киреһенсә, күңелде болоҡһота, эшләү һәләтен кәметә.

Кофеин иғтибарлылыҡҡа йо­ғонто яһаһа ла, ул кешеләрҙе креативыраҡ итмәй. Ҡәһүә ме­йегә тыныс хәлдә булыу мөм­кинлеге бирмәй, тимәк, яңы идеялар ҙа тыумай. Ҡатмарлы, бер нисә этаптан торған бурыстарҙы үтәүҙә лә кофеин ярҙам итмәй. Шуға күрә, әгәр иртәгәге көндә һеҙҙе мөһим эштәр көтә икән, иртән кофе эскәнсе, иртәрәк йоҡларға ятыу яҡшыраҡ йоғонто яһаясаҡ.

 

Сәйере

 

Ә бына кофеиндың сәйер тәьҫирен ғалимдар 2022 йылда асыҡлаған. Баҡһаң, ул бюджетҡа кире йоғонто яһай ала икән. Ғалимдар супермаркетта һатып алыусыларға ябай эспрессо һәм кофеинһыҙ эспрессо биргән һәм уларҙың нисек итеп әйберҙәр һатып алыуын күҙәткән. Ябай кофе эскән кешеләр кәрәкле лә, кәрәкһеҙ ҙә тауарҙарҙы күберәк һатып алған һәм аҡсаны күберәк тотонған.

Ә һеҙ нәмәгә өҫтөнлөк би­рәһегеҙ? Ҡәһүәме, әллә үҙебеҙсә һөтләп-баллап сәй эсергә яра­таһығыҙмы?

 Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА 

Читайте нас: