“ШЕМӘК” торлаҡ-коммуналь хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – Өфө районында коммуналь хеҙмәтләндереү буйынса иң ҙур предприятие. Ул райондың Миловка, Михайловка, Булгаков, Ольховка, Чесноковка, Черкассы, Зубов һәм башҡа ауыл советтары биләмәләрен йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итә.
– Беҙҙең коллектив, ресурстар биреүсе башҡа шундай ойошмалар кеүек үк, һыуҙы ла үҙе сығара, йылыны ла үҙебеҙ етештерәбеҙ һәм ҡулланыусыға алып барып еткерәбеҙ, – ти предприятиеның директоры Артур Сәйетов. – Шулай уҡ йорт хужалыҡтарынан йыуынты һыу сығарыу ҙа – беҙҙең бурыс. Предприятиела юғары квалификациялы 170 белгес эшләй, улар үҙҙәренең һөнәри кимәлен даими камиллаштыра.
Коммуналь тармаҡ белгестәре бөгөн 46 ҡаҙанлыҡты, 25,5 километр оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәрен, дүрт һыу һурҙырғыс станцияһы булған туғыҙ һыу алғыс урынын, 205 километр һыу үткәргесте, йыуынты һыуҙы таҙартыусы өс ҡоролманы, 27 километрлыҡ канализация селтәрен хеҙмәтләндерә. Предприятиеның составы ла ҙур ғына: авария-ремонт хеҙмәте, энергетика бүлеге, ҡаҙанлыҡтар буйынса хеҙмәт, алты участка, алты автотрактор техникаһы, бында шулай уҡ физик шәхестәр менән эшләүсе үҙ секторҙары бар, һәм был шарт предприятиеға берҙәм иҫәп-касса үҙәгенә (ЕРКЦ) мөрәжәғәт итмәү форсаты бирә.
Артур Камилжан улы етәкселегендә үткәрелгән сәйәсәт ресурстарҙы рациональ файҙаланыуға һәм энергияны һаҡсыл тотоноусы заманса технологияларға йүнәлтелә. Электр энергияһын кәрәгенсә генә тотоноу һәм һурҙырғыстарҙы өҙлөкһөҙ эшләтеү маҡсатында һурҙырыу ҡорамалдары йышлыҡ үҙгәрткестәре нигеҙендәге агрегаттарға алмаштырыла. Йылылыҡ етештереүҙә файҙаланылған тәбиғи газды экономиялау өсөн ҡаҙанлыҡтарҙа газ иҫәпләгестәренә электрон корректорҙар һәм һауа торошона ҡарап эшләгән автоматтар урынлаштырыла. Яңы һыу селтәре һалғанда экономиялыраҡ булған полиэтилен торбалар файҙаланыла. 32 бәләкәй ҡаҙанлыҡта ҡорамалдарҙың туҡтап ҡалыуын алыҫҡа хәбәр итә алған контроль системаһы индерелгән.
Көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә бында һәр саҡ ентекле әҙәрләнәләр. Былтыр, мәҫәлән, 4,9 километрлыҡ һыу йүнәлткестәр һәм 1,34 километр оҙонлоғондағы һыу үткәргес, 0,1 километр йыуынты һыу сығарғыс, 0,4 километр йылылыҡ селтәре алмаштырылған.
– Өфө районындағы ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү пландарына ярашлы, предприятие һыу селтәренең үткәреү тиҙлеген арттырырға йыйына, бының өсөн ҙурыраҡ диаметрҙағы торбалар һалынасаҡ һәм юғары етештереүсәнле һурҙырғыстар ҡуйыласаҡ, – ти директор. – Йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырғанда пенополиуретан изоляциялы торбалар файҙаланыла. Быйыл шулай уҡ күрһәткестәрен алыҫтан билдәләп булған электр приборҙары урынлаштырыласаҡ. Йылылыҡ селтәрен һәм ҡаҙанлыҡтарҙы сифатлы итеп опрессовкалау, уларға ремонтты үҙ ваҡытында башҡарыу ҙа – төп бурыстарыбыҙҙың береһе.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН