Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 14:55

Тарихҡа ҡыҙыҡһыныу – әсәйемдән

Утыҙ йылдан ашыу музейҙы етәкләй.

Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Тарихта  атай-олатайҙарыбыҙҙың үткәне һаҡлана. Бары үҙебеҙҙең тамырҙарҙы белгәндә генә, был тормошта ныҡлы баҫып йәшәй алабыҙҙыр. Мәктәп музейҙары балаларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән бигерәк тә мөһим роль уйнай. Сөнки йәш быуын һөйләгәндәрҙән түгел, ундағы ҡомартҡылар аша күңеленә мәғлүмәтте һеңдерә.

Көйөргәҙе районының Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһында булғанда,  ундағы бай музей ҙа иғтибарыбыҙҙы йәлеп итмәй ҡалманы.  Тарихты яратҡан, музей асылған көндән етәкселек иткән, ҡомартҡылар туплау өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән уҡытыусы Гөлнур Хәмитова менән танышыу менән дә ҡиммәтле ине мәктәптә булыуыбыҙ.

Гөлнур Карамат ҡыҙы Таймаҫ ауылында тыуып үҫеп, ошо мәктәпте тамамлаған. Башҡорт дәүләт педагогия институтында һөнәр алғандан һуң, 1979 йылда ул үҙенең туған мәктәбенә эшкә ҡайта һәм хәҙер 44 йыл ошо белем усағында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ләкин бөгөнгө мәҡәләмдә уның музей етәксеһе булыуына өҫтөнлөк бирер инем.

– Минең әсәйем тарих уҡытыу­сы­һы булды. Төрлө тарихи ҡомарт­ҡы­лар йыйырға яратты. Уның был ғәҙәте аҙаҡ үҙемә лә күсте. Мәктәп­тә уҡыған сағымда хатта тарих факультетына уҡырға барам тип тә йөрөгәйнем. Ләкин әсәйемдең “унда күберәк егеттәрҙе алалар” тигән кәңәшен тотоп рус теле һәм әҙәбиәте факультетына юл тоттом. Уҡытыусы булып эшләһәм дә, музей булдырыу хыялы менән йәшәнем. Күренекле скульптор, яҡташыбыҙ Өлфәт Ҡобағошов мәктәбебеҙ юбилейында сығыш яһап, музей булырға тейешлеге тураһында әйтеүе был хыялымды тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Ул ваҡытта экспонаттар ҙа байтаҡ ҡына йыйылғайны. Уның ярҙамы менән музей ойоштороу буйынса эш урынынан ҡуҙғалды. Профессионал рәссам булғас, музейҙың эскиздарын да эшләп бирҙе. Шулай итеп, күмәк тырышлыҡ менән  1990 йылдың май айында  музей үҙ ишектәрен асты. Бөтә экспонаттар ауылдан йыйылды, уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ныҡ ярҙам иттеләр, – тине, ул осорҙо хәтер­ләп. Гөлнур Карамат ҡыҙының үҙенә лә  эштән һуң инәй-бабайҙарҙың өйҙәренә аҙ йөрөргә тура килмәй. Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең  фотоларын йыйыу буйынса  күп эш башҡара.

Музей ике өлөштән тора. Тәүге­һе тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған. Унда ауылдың боронғо тормош-көнкүреше сағыла. Үҙенсәлекле экспонаттар һаҡланыуы менән дә музей ҡыҙыҡһыныу уята. Гөлнур Карамат ҡыҙы һәр ҡомартҡының тарихын ентекле белә.

– Бына быуа төҙөгәндә табылған мамонттың теше. Археологтарға ла күрһәтеп, уның ысынлап та мамонт теше булыуын дәлилләнек. Боронғо хәнйәрҙәр ҙә бар, тарихсылар уларҙың беҙҙең эраға тиклемге 3-4 быуаттағы ҡоралдар булыуын асыҡланы. Боронғо биҙәнеү әйберҙәре лә һаҡлана, уларҙың тарихы ла 19- сы быуаттарға барып тоташа. Шуныһы мөһим: ауылы­быҙ­ҙың уңған гүзәл заттары  музей­ҙағы боронғо һаҡал, түшелде­рек­тәрҙең биҙәгенә ҡарап яңыларын эшләй. Тимәк, элекке   биҙәүес­тәргә яңы һулыш инә, улар  яңырыу кисерә тиергә мөмкин. Тараҡ, көҙгө, ҡулдан эшләнгән йөҙөктәр бик күп, оло инәйҙәребеҙ килтергән белә­ҙек­тәр ҙә һаҡлана. Граждандар һу­ғышы осоронан ҡалған ҡомартҡы­лар – сөгөлдөр баҫыуынан табыл­ған гранаталар ҙа бар. Гильза­ларҙы табып килтереүселәр ҙә күп, – тип ҙур күңел ҡәнәғәтлеге һөйлә­гән музей етәксеһен тыңлауы шул дәүерҙәргә алып ҡайтҡан һымаҡ.

Ысынлап та, боронғо һауыт-һаба, биҙәүестәргә, йыһаздарға ҡараһаң,  уйға һалалар. Сөнки ҡасандыр бик күптән  кемдер улар менән файҙаланған, донъя көткән. Хәҙер был әйберҙәр ҡомартҡы булып ҡына ҡалһалар ҙа, шул замандың йәшәү ҡеүәтен дә һаҡлап ҡалған һымаҡтар.

Музейҙың бер өлөшөн мәктәп тарихы биләй. Был стендта төрлө йылдарҙағы мәктәп тормошо сағыла. Балаларҙың үткәндәр тураһында эҙләнеү эштәре лә бар. Колхозлашыу, Бөйөк Ватан һуғышы осоро, ауылдың билдәле шәхестәре тураһында ла белеп була стендтар аша.

Билдәле шәхестәре тигәндән, гимназия исемен йөрөткән күренек­ле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтең ижад бүлмәһе бында айырым урынды биләй. Күренекле ауылдаштары тураһында байтаҡ ҡомартҡылар йыйған таймаҫтар. Мәктәпкә ингән урында яҙыусының бюсы ҡаршы алыуы ла  яҙыусыға хөрмәтте  сағылдыра.

Музейҙа Рәшит Солтангәрәев­тең бүлмәһе 2005 йылда булды­рыл­ған. Бында уның китаптары ла, командировкаларға йөрөгән портфеле лә,  баҫыу машинкаһы ла, китап шкафы ла, башҡа ҡәҙерле шәхси әйберҙәре лә һаҡлана. Уға арналған стендта яҙыусының бала саҡтан алып тотош тормош юлы тасуирлана. 

Бөгөн музейҙан йәш быуын, тирә-яҡтан ҡунаҡтар килә икән, тимәк, ул үҙ бурысын үтәй. Тарихыбыҙҙы балаларыбыҙға өйрәтеү йәһәтенән әсәһенең матур башланғысын дауам иткән Гөлнур Хәмитованың эше лә дауамлы булһын ине.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас