Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2023, 15:00

Улын юғалтҡайны...

Бер йыл ярым элек ҡатындың сабыйын бала табыу йортоноң өсөнсө ҡатындағы тәҙрәһенән ташлап һәләк иткәйнеләр, ә хәҙер...

Улын юғалтҡайны...
Улын юғалтҡайны...

2021 йылдың авгусында Стәрлетамаҡта фажиғә теркәлгәйне: ҡалала йәшәүсе Виктория малай тапҡайны һәм ике көндән һуң уның сабыйын палатала ятҡан күрше ҡатын тәҙрәнән ташлағайны. “Стархит” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҡатын улы менән бәйле һәр датаны бик ауыр кисергән, социаль селтәрҙә һәләк булған сабыйына арнап төрлө яҙмалар яҙған...

Йыл ярым ваҡыт үткәс, йәшереп йөрөткән яңылығы тураһында хәбәр иткән. “Һеҙҙең менән яңылығым тураһында хәбәр итергә ваҡыт етте тип уйлайым...” тип яҙған ул үҙенең блогында. Һәм унда ҡуйған фотоһүрәттә ҡатындың йөклө икәнлеге күренә.

Хәҙер Виктория тормошондағы был бик ауыр ваҡиға тураһында бик һирәк телгә ала икән. “Барыһын да ғәфү итәбеҙ: балалар табыу йортон да, табиптарҙы ла, реанимацияла минең менән бергә ятҡан сирле ҡатынды ла. Уны судҡа бирмәйәсәкбеҙ” тип яҙған “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.

2021 йылдың 16 авгусында Стәрлетамаҡтағы 1-се бала табыу йортонда бала тапҡан, психоневрологик диспансерҙа “депрессия” диагнозы менән күҙәтеүҙә булған 29 йәшлек ҡатын үҙе менән бергә бер палатала ятҡан ҡатындың сабыйын өсөнсө ҡат тәҙрәһенән ташлағайны. Сабый алынған тән йәрәхәттәренән һәләк булғайны.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас