Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһында бишенсе класта белем алыусы шайморатовсылар менән танышыу форсаты тейҙе. Ун бер уҡыусы: алты ҡыҙ һәм биш малай үткән йылдың сентябренән ошондай маҡтаулы һәм яуаплы исемде йөрөтә.
Уларҙың кураторы йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Раил Араптанов әйтеүенсә, был класс башҡаларҙан төрлө яҡлап айырыла.
– Беренсенән, барыһы ла яҡшы уҡый. Икенсенән, спорт менән шөғөлләнәләр, баскетбол, футбол уйнайҙар, саңғы ярыштарында ҡатнашалар. Тарих менән дә ҡыҙыҡһыналар. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында ҡатнашыусы яугирҙәр беҙҙең Таймаҫ ауылынан да булған. Уларҙың балалары менән осрашыуҙарға йөрөйҙәр. Музейҙарға ла экскурсия ойошторолоп тора. Башланғыс хәрби әҙерлек буйынса ла белемдәрен камиллаштыралар. Автоматты һүтеп-йыйыу кеүек хәрби оҫталыҡҡа ла өйрәнәләр. Ғөмүмән, рухи һәм физик яҡтан үҙҙәрен нығыталар, – тип һөйләне уҡытыусылары.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға шәмдәр әҙерләүҙәре менән дә һоҡландырҙы Көйөргәҙе шайморатовсылары. Балаларҙың үҙ ҡулдары менән эшләгән шәмдәре күптән түгел хәрбиҙәргә оҙатылған.
– Шайморатовсылар класында уҡыуым менән ғорурланам. Яҡшы уҡырға, спорт менән шөғөлләнергә тырышам. Көслө булып үҫер өсөн саңғыла йөрөйөм, баскетбол уйнайым, ат ярышында ла ҡатнашҡаным бар. Киләсәккә хыялым ветеринар һөнәренә уҡып сығып, ауылыма ҡайтып йәшәү, – тине шайморатовсыларҙың береһе Артур Мәжитов.
Балаларҙың күңеленә тыуған еренә ҡарата һөйөү орлоғо һалыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя ошондай кластар ойоштороу.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА