Был шаршамбы Башҡортостандың саҡырыу пунктынан бер төркөм мобилизацияланған ир-егеттәр махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды. Улар тыуған яғында ялда булып, йәнә хәрби бурыстарын үтәргә юлланды.
Уларҙы оҙатыу сараһында Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов та ҡатнашты.
“Бөгөн сираттағы хәрбиҙәр хеҙмәт урынына юллана. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булды. Башҡортостандан егеттәребеҙ хеҙмәт иткән полктарҙың береһенән был инде – дүртенсе партия. Республикабыҙҙан мобилизацияланған башҡа егеттәрҙе лә ялға ҡайтарыу ойошторолған. Хәрбиҙәргә яҡшы итеп хеҙмәт итеүҙәрен һәм иң мөһиме – үҙҙәрен һаҡлауҙарын теләйбеҙ. Уларҙың ғаиләләренә түҙемлек һәм тағы ла түҙемлек кәрәк. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ”, – тине Алик Финзир улы.
Тыуған яҡтарына ҡайтып, ғаиләләре менән күрешеп, рухи көс алып, йәнә хәрби операцияға юлланды Башҡортостан бөркөттәре. Йәнтөйәктәре уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтөп ҡала.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА